+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Ғинуар 2019, 16:56

Ул һәр саҡ беҙҙең менән

Айыухан ауыл клубында яҙыусы-фронтовик, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Баязит Баяновтың (Баязит Дим) тыуыуының 110 йыллығына арналған хәтер кисәһе үтте

Айыухан ауыл клубында яҙыусы-фронтовик, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры
Баязит Баяновтың (Баязит Дим) тыуыуының 110 йыллығына арналған хәтер кисәһе үтте
Яҡташтарына сәләмләү һүҙҙәре менән Раев ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Р.Х. Шәйхетдинов мөрәжәғәт итте. Ул Б. Димдең әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәте фондында үҙенсәлекле урын алып тороуын билдәләне.
Залда ауыл халҡы, яҙыусының яҡындары һәм туғандары, уның талантын үҙ итеүселәр йыйылды. Ауыл китапханаһы мөдире Г.В. Абдуллина тарафынан яҙыусының тормош һәм ижад юлына бағышланған күргәҙмә ойошторолғайны. Уның 1941 йылдың 22 июлендә үҙ ҡулдары менән ҡатыны Нурияға яҙған хаты айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Был хат иң ҡәҙерле һәм иҫтәлекле ҡомартҡы булараҡ, яҡындарының шәхси архивында һаҡлана.
-Баянов Баязит Фәтхелислам улы 1909 йылдың 24 ғинуарында Айыухан ауылында тыуған. Ер йөҙөндә 36 йыл ғына йәшәп ҡалыуына ҡарамаҫтан, яҡты эҙ ҡалдырып өлгөргән. Башҡорт яҙыусыларынан ул иң тәүгеләрҙән булып прозаға хәрби тематиканы индерә. 1936 йылда Башҡортостан дәүләт нәшриәтендә уның Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткән йылдарын сағылдырған “Хәрби хикәйәләр” тигән беренсе китабы донъя күрә, – тине үҙ сығышында Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе, БР Дәүләт ЙыйылышыҠоролтай депутаты Зәки Арыҫлан улы Әлибаев һәм ауыл китапханаһына китаптар тапшырҙы.
Ҙур экранда (слайдтар авторы Д. Любимов) яҙыусының альбомынан яҡындары менән бергәләп төшкән фотолар тәҡдим ителде. Сергей Гореславец менән Гөлсинә Абдуллина сараны рус һәм башҡорт телдәрендә алып барҙы, сәхнәнән Фәнил Хәйретдинов, Фәнисә Ильясова, Фәнзирә Гәрәева (баян), Зәйтүнә Сафина, Ирек Хаматов (гармун), Минислам Солтанғәлиев, Минеғазый Мәғәсүмов, Рәлиә Әйүпова, Гөлүсә Нуруллина, Рафаэль Дәүләтбаев башҡарыуында һәр быуын яратып тыңлаған йырҙар яңғыраны. Ә. Хәки­мовтың йорт-музейы (директоры М.Р. Мәүлийәрова) ҡарамағында эшләп килгән “Дим” әҙәби берекмәһе ағзалары Нажиә Мәғәсүмова, Фәрбиҙә Муллабаева үҙҙәре яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Сараның иң тулҡынландырғыс минуттары яҙыусының ҡыҙы – Әҙилә Тереғолованың сығышы булғандыр, моғайын.
-Күҙемә йәштәр төйөлә, кисерештәремде әйтеп аңлатыу мөмкин түгел. Ошондай йылы осрашыу өсөн ойоштороусыларға рәхмәт, - тине Әҙилә Баязит ҡыҙы. – Минең менән бергә ҡыҙым Гөлнара Раил ҡыҙы, ейәнсәрем килде. Киләсәктә Айыухан ерендә осрашыуҙарға бүләләрем дә килер тип ышанам. Ата­йымдың ғүмер юлы эҙһеҙ үтмәгән, китаптар ҡалдырған. Ата-әсәйебеҙ һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә, уларҙың яҡты иҫтәлеген һаҡлағанығыҙ, хөрмәтегеҙ өсөн рәхмәтлемен, – тип ул атаһының хәтер кисәһенә килеүселәрҙең барыһына ла изге теләк­тәрен еткерҙе. Мәҙәниәт идаралығы начальнигы Р.В. Әхмәтрәхимов хөрмәтле инәйгә гөлләмә тапшырҙы.
Әйтергә кәрәк, Айыухан ауылында Баязит Димдең дүртенсе быуын вариҫтары – Әғзәм һәм Нәфисә Хәйруллиндар йәшәй.
Белеүебеҙсә, Б. Дим журналистика өлкәһендә лә эш­ләп өлгөрә. 1928 йылда, 19 йәшендә, ул “Коммуна” (әлеге “Кызыл таң”) республика гәзитендә эшләй башлай. 1930 йылда “Ленин юлы” Туймазы район гәзитен (бөгөн “Туймазы хәбәрҙәре”) ойоштора һәм уның тәүге мөхәррире була. Шуға хәтер кисәһендә яҡташыбыҙ, “Кызыл таң” гәзите журналисы Рәзилә Низамованың ҡатнашыуы һис тә осраҡлы түгел ине. Ул данлыҡлы яҡташтарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ хистәрен белдерҙе һәм энциклопедия бүләк итте, унда Баязит Димдең исеме индерелгән.
Кисә дауамында яҙыусының төрлө йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәренән өҙөктәр яңғыраны. Йәш Баязит ролен район Мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы балалар театры түңәрәге етәксеһе Илсур Әхмәтшин башҡарҙы.
Беҙҙең районда яҙыусының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эш алып барыла. Тыуған ауылында һәм Дәүләкән ҡалаһындағы урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә. Директор М.З. Мөхәмәтйәнов етәкселегендә Дәүләкән тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла танылған яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр йыйыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Сарала Мазһар Зәйнулла улы Әҙилә Тереғоловаға Айыухан ауылы тарихы тураһында брошюра һәм открыткалар тапшырҙы.
Сценарий авторы, ауыл китапханасыһы Г.В. Абдуллинаның һәм Айыухан филиалы мөдире Г.Р. Нуруллинаның һөнәри оҫталығын билдәләп үтмәйенсә мөмкин түгел, осрашыу юғары кимәлдә үтһен өсөн улар ҙур тырышлыҡ һалған.
Республикабыҙҙың 100 йыллығына Дәүләкән ерендә үткән сара сағыу ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде, сөнки яҡташыбыҙ Баязит Дим тыуған яғының тормошона һәм үҫешенә үҙ өлөшөн индергән шәхестәрҙең береһе.
Читайте нас: