+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2019, 16:43

Бында һине яраталар һәм көтәләр

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән 2019 йыл Театр йылы тип иғлан ителде. Шуға айҡанлы «Асылыкүл» - «Балҡантау» район гәзите редакцияһы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс мәҡәләләр баҫа башлай.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән 2019 йыл Театр йылы тип иғлан ителде. Шуға айҡанлы «Асылыкүл» - «Балҡантау» район гәзите редакцияһы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс мәҡәләләр баҫа башлай.
Хөрмәтле мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм район гәзитен уҡыусылар! Театр йылы менән бәйле ҡалала, районда үткәрелгән, саралар, ваҡиғалар тураһында мәҡәләләрҙе «Асылыкүл» - «Балҡантау» гәзитендә баҫтырып сығарырға мөмкин. Яҙығыҙ, шылтыратығыҙ, редакция килегеҙ, беҙ һеҙгә һәр саҡ шат. Йыл аҙағында иң яҡшы мәҡәлә авторы иҫтәлекле бүләк ота ала.
Театр йылы һеҙгә тик шатлыҡтар, ижади уңыштар алып килһен!
- Дәүләкән балалар китапханаһында Театр йылының беренсе көнөнән үк сараларҙы мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, байрамса үткәреү мөмкинлеге тыуҙы, театрлаштырылған сығыштар йәш уҡыусыларыбыҙға әүҙемлек өҫтәй, йәштәштәре менән аралашырға өйрәтә, эстетик тойғоларҙы үҫтерә. Ә иң мөһиме, китаптың көтөлмәгән яғын күрһәтә - уны «йәнләндерә». Шуның өсөн беҙ был ижади эшкә актив тотондоҡ, саралар планын төҙөнөк, -ти Дәүләкән районының муниципаль районы үҙәк китапханаһының балалар китапханаһы мөдире Антонина Петровна Макарова.
... Ҡала үҙәгендә урынлашҡан ике ҡатлы бинаға инәбеҙ. Унда уңайлы һәм йәмле, гүйә, әкиәт иле... Сәскәләр, декарация, матур итеп биҙәлгән стендтар, әкиәт геройҙары, китаптар күргәҙмәһе ингән һәр кешенең иғтибарын йәлеп итә.
Хеҙмәткәрҙәр театр сәнғәтенә бағышланған тиҫтәләгән байрам үткәрергә иҫәп тоталар, шулай уҡ иҫтәлекле даталар ҙа күҙ уңында тотоласаҡ.
Кемдәрҙер китапхана тыныс урын икән тип уйлай икән, яңылыша. Бында күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ, сөнки күп яҡлы мәғлүмәт эше алып барыла. Китапханасы Наталья Павловна Данилко, методист Резеда Рафаэль ҡыҙы Баймурзина, уҡыу бүлмәһе китапханасыһы Айгөл Ильяс ҡыҙы Ғималетдинова китапхана мөдире А.П. Макаров етәкселегендә төрлө кисәләр һәм ижади оҫталыҡ дәрестәре ойоштора, шулай уҡ балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен, социаль приютта тәрбиәләнеүселәрҙе, ҡала мәктәбе уҡыусыларын байрам сараларына, спорт эстафеталарына саҡыра.
Көндәлек бурыстарынан тыш, коллектив методик эш алып бара, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе китап уҡырға йәлеп итә, инновация өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныштыра.
Коллектив, уҡыусылар Бөтә Рәсәй, республика, район конкурстарында даими ҡатнашып килә, төрлө наградалар ала.
Мәҫәлән, «Беҙ уҡырға яратабыҙ» («Изге эштәр» конкурсы) һәм “Николай Некрасовты уҡыйбыҙ” («Беҙ китап уҡыйбыҙ» конкурсы) Халыҡ-ара краудсорсинг интернет-проекттарында Дәүләкәндән дүрт кеше сертификат алды.
Китапхана мәктәптәр, балалар баҡсалары, Балалар ижады йорто, инвалидтар ойошмаһы, мәҙәниәт идаралығы менән хеҙмәттәшлек итә.
Ремонт эштәрендә, төҙөкләндереүҙә, яңы китаптар, уйынсыҡтар алыуҙа, мәҙәни байрамдар үткәреүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн коллектив бағыусыларына рәхмәт белдерә.
Рәсәйҙә Театр йылы старт алды. Киләсәккә үҙәк китапхана коллективының пландары һәм ниәттәре бик күп. «Театр бөйөк тылсымсы» китаптар күргәҙмәһе менән бөгөндән танышырға була, бында театр донъяһы тураһында китаптар ҡуйылған, уларҙың тарихы, килеп сығышы, төрлө баҫмалар аша театр артистарының тормошо менән танышырға, Башҡортостандың театр донъяһы һәм башҡалар тураһында белергә була.
Ә бала бала булып ҡала . Улар үҙҙәрен артистар һәм режиссер ролендә һынап ҡарай, сәхнәлә төрлө образдар үҙләштерә, тамашасылар алдында дөрөҫ итеп сығыш яһарға өйрәнә.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре һәр килеүсегә театр донъяһына экскурсия үткәрә, үҙҙәре экскурсовод ролен башҡара. Иң бәләкәстәргә халыҡ әкиәттәре буйынса ҡурсаҡ театрын ойошторалар.
Т. Бусарева.
Читайте нас: