+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2019, 16:51

Көс-ҡеүәт кәмемәһен

Ауыл хужалығы ветераны Х.Р. Төхвәтуллин ошо көндәрҙә үҙенең 85 йәшен билдәләй

Ауыл хужалығы ветераны Х.Р. Төхвәтуллин ошо көндәрҙә үҙенең 85 йәшен билдәләй
Хәйҙәр Рәшит улының стажы алтмыш йылға яҡын. Ғүмеренең күпселек өлөшө хеҙмәт коллективтары менән бәйле.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген үҙенең кесе тыуған иле - Стәрлетамаҡ районы «Комбайн» колхозында иҫәпсе булып башлай. Ошонда баш бухгалтер, ә һуңынан Салауат колхозында иҡтисадсы була. Шул уҡ райондың Жданов колхозында партком секретары, «Октябрҙың 40 йыллығы», «Родина» колхоздарында етәксе вазифаларын башҡара, Ҡариҙел районында колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһын етәкләй, Ауырғазы районы Мичурин колхозына һәм Дәүләкән районының «Яңы тормош» колхозына, Дәүләкән ҡалаһы предприятиеһының ярҙамсы хужалығына етәкселек итә. Һуңғараҡ Поляковка ауыл биләмәһе хакимиәте рәйесе итеп һайлана. 66 йәшендә Башҡортостан Ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты саҡырыуы буйынса Ҡаҙанғол тәжрибә-етештереү хужалығында төп иҡтисадсы була.
Иҡтисад һәм бухалтер иҫәбе өлкәһендә туплаған тәжрибәһе, төплө белеме шул йылдарҙа уға ошо өлкәләрҙәге бөтә яңылыҡты үҙләштерергә ярҙам итә. Хәйҙәр Рәшит улы республикала тәүгеләрҙән булып бухгалтер иҫәбен, иҡтисад эшен унификациялай, үткән быуаттың 60-сы йылдарында хужалыҡта иҫәп-хисапты алып барыу мөмкинлектәрен өйрәнә, хеҙмәтте ойоштороу мәсьәләләре менән шөғөлләнә.
Уның был тәжрибәһе 1969 йылда республикала иҡтисад буйынса үткәрелгән конференцияларҙың береһендә ҡарала һәм ентекле өйрәнелә.
РСФСР Ауыл хужалығы министрлығы идаралығы тәҡдиме буйынса шул йылдарҙа Х. Төхвәтуллин эшләгән хужалыҡ, уның эш тәжрибәһе тураһында фильм төшөрөлә.
Хәйҙәр Рәшит улы биш тапҡыр Бөтә Союз Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша. Иҡтисад, ауыл хужалығында хеҙмәтте ойоштороу тураһындағы мәҡәләләрен бөтә Союз кимәлендәге, төбәк ғилми журналдарҙа һәм гәзиттәрҙә баҫтыра.
1981 йылда уның ҡаҙаныштары БАССР Юғары Советы президиумы Почет грамотаһы менән билдәләнә.
«Яңы тормош» колхозында биш йыл колхоз рәйесе булып эшләгәндә Хәйҙәр Рәшит улы киләсәктә тоҡомсолоҡ хужалығы статусын алыу маҡсатында тоҡомло малдар ҡайтарта, ошо нигеҙҙә рентабеллек ике тапҡырға тиерлек арта. Кем белә, бәлки районда тағы ла бер хужалыҡ-миллионер булыр ине. Дәүләкән районы хакимиәтенән ҡотлау хатында уның был уңыштары билдәләп үтелгән.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Х.Р. Төхвәтуллин бөгөн дә тормош уртаһында ҡайнай. 23 йыл беренсе ветерандар ойошмаһы рәйесе була, ветерандар хәрәкәтен нығытыу өсөн бар тырышлығын һала.
2004 йылда ветерандарҙың республика советы президиумында Поляковка ауыл биләмәһе беренсе ветерандар ойошмаһының нисек эшләүе тураһында һүҙ ҡуҙғатыла һәм ул бер тауыштан хуплана. Беренсе ойошма рәйесе республика ветерандар советының Почет грамотаһы, 2008 йылда ветерандарҙың Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы билдәһе һәм грамотаһы менән бүләкләнә.
Хөрмәтле Хәйҙәр Рәшит улы, һеҙҙе 85 йәшегеҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ғүмерҙең тәжрибә, аҡыл туплаған матур мәле килеп еткән. Ул һеҙгә ҡәнәғәтлек тойғолары килтерһен, юбилей йылы шатлыҡ, дәрт өҫтәһен, күңел яңы хистәр менән тулһын. Яҡындарығыҙ һәр ваҡыт эргәгеҙҙә булһын.
Е. Гладышев, Поляковка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы;
В. Пенеров, Поляковка ауылы старостаһы.
Читайте нас: