30 ғинуарҙа Ҡыҙрас ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә ауыл биләмәһе территорияһында эшләп килгән ойошмалар һәм хужалыҡтар етәкселәре ҡатнашлығында ултырыш үтте. Унда Ҡыҙрас ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ә.М. Хәбиәхмәтовтың 2018 йылда башҡарылған эштәр һәм эшмәкәрлек һөҙөмтәләре тураһындағы отчеты тыңланды.
Ауыл биләмәһе депутаттары Ш.М. Сәхибгәрәев, Ф.Ғ. Минеғәлина, Р.М. Минеғәлиев, пенсионер Ҡ.С. Ҡасимов, И.Н. Сафин, И.Н. Минебаев, Р.Р. Вальтин, З.Б. Шәрипова, А.А. Талипов үҙҙәренең һайлаусыларының проблемаларын яҡшы белә, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлай, көндәлек эштәрҙә ауыл биләмәһе хакимиәтенә ярҙам күрһәтә.
Ауыл биләмәһе башлығы Ә.М. Хәбиәхмәтов ентекле отчет яһаны, үҙ сығышында хакимиәттең эшмәкәрлеген сағылдырҙы, ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын яҡтыртты. Ул, ғәмәлдә, йәмәғәтселек менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙең мөһимлеген һәм һөҙөмтәлелеген билдәләп үтте. Биләмәнең социаль-иҡтисади үҫешенең бөгөнгө кимәле уртаҡ эшмәкәрлек һөҙөмтәһе, уның төп маҡсаты – халыҡтың йәшәйеш кимәлен күтәреү - үҙгәрешһеҙ ҡала, тине ул.
«Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында»ғы 131-се федераль законға, ауыл биләмәһе Уставына, федераль кимәлдәге һәм республиканың хоҡуҡи акттарына ярашлы, ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең 2018 йылда төп бурысы – урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләр буйынса вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу ине.
Әхәт Минебай улы биләмә бюджетын формалаштырыу һәм уның үтәлешен күҙәтеү; ауылдарҙы төҙөкләндереү; юлдарҙы ремонтлау; һыу менән тәьмин итеү; урамдарҙың яҡтыртылышын яҡшыртыу; медицина хеҙмәтләндереүе; социаль яҡлау; ер мөнәсәбәттәре; хәрби иҫәпкә ҡуйыу кеүек һорауҙарға туҡталды. 2019 йылда ошо йүнәлештәр буйынса эш пландары тураһында ла әйтеп үтте.
«2018 йылда граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында»ғы закондың үтәлеше тураһында отчет менән эштәргә идара итеүсе Э.М. Нурғәлиева сығыш яһаны. Ул граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәргә анализ яһаны.
Ултырышта шулай уҡ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү эше буйынса һорауҙар ҡаралды. Депутаттар социаль-профилактика үҙәге рәйесе З. Ф. Дәүләтбаеваның мәғлүмәттәрен тыңланы, ул ауыл биләмәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү йәһәтенән башҡарылған эштәр тураһында һөйләп үтте.
Совет ултырышы эшен тамамлап, Ҡыҙрас ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ә.М. Хәбиәхмәтов депутаттарға, ауыл халҡына былай тип мөрәжәғәт итте:
- Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе бөгөн хәл итергә була, ҡайһы берәүҙәренә ваҡыт кәрәк икәнлеген беҙ барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ауыл халҡының фекеренә ҡолаҡ һалырға тырышабыҙ. Киләсәктә беҙҙе юлдарҙы ремонтлау, һыу үткәреү, ер участкаларына документтар тултырыу кеүек ҙур эштәр көтә. Был һорауҙар буйынса тейешле хоҡуҡи акттар ҡабул ителгән.
Биләмә башлығы урындағы үҙидара органдарының халыҡ менән бергәләп эш итеүе билдәләнгәндәрҙе уңышлы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирәсәгенә ышаныс белдерҙе.