+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Февраль 2019, 12:06

Башҡарылған эштәр тураһында

“Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” 131-се федараль закондың 29-сы статьяһына, Дәүләкән районы муниципаль районы Уставына ярашлы, район һәм ҡала хакимиәте вәкилдәренең хеҙмәт коллективтары менән осрашыуҙары дауам итә.

“Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” 131-се федараль закондың 29-сы статьяһына, Дәүләкән районы муниципаль районы Уставына ярашлы, район һәм ҡала хакимиәте вәкилдәренең хеҙмәт коллективтары менән осрашыуҙары дауам итә.
Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов, хакимиәт башлығының сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм элемтә буйынса урынбаҫары А.Ә. Шәйҙуллин, Дәүләкән ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы В.В. Гапоненко ҡаланың “Нефтемаш”, “1-се иген продукттары комбинаты”, “Дәүләкән иген продукттары комбинаты”, “Сандра” аяҡ кейемдәре фабрикаһы, “Рязань торба заводы” йәмғиәттәрендә булды, “Йылылыҡ селтәрҙәре”, “ГорКомСервис” муниципаль унитар предприятиелары коллективтары менән осрашты. Бер нисә осрашыуҙа БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты А.Р. Гәрәева ҡатнашты.
Урындағы үҙидара вәкилдәре үҙ сығыштарында райондың бөтә тармағында торлаҡ-коммуналь хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, төҙөкләндереү, мәғариф, юл төҙөлөшө һәм башҡа өлкәләрҙәге үҙгәрештәргә туҡталды. Уларҙың күпселеге райондың федераль һәм республика программаларында ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Ҡала һәм районға федераль, республика бюджеттарынан бүленгән аҡсалар юлдарға һәм тротуарҙарға асфальт һалыуға, йәмәғәт һәм ихата территорияларын төҙөкләндереүгә, социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар төҙөүгә һәм реконструкциялауға, йәшәүселәрҙең тормош шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелә.
Шулай уҡ быйыл “Таҙа һыу” федераль программаһы сиктәрендә таҙартыу станцияһы урынлаштырыу кеүек әһәмиәтле проект тураһында ла һүҙ барҙы. Ул ҡалала эсәр һыу сифатын санитар нормаларға ярашлы хәлгә килтерергә, ҡаланың үҙәк өлөшөндә үҙәк канализация һуҙырға, бөтә канализация системаһын реконструкцияларға мөмкинлек бирәсәк.
Бынан тыш, дәүләкәндәрҙең әүҙем ял итеү урыны булып торған ҡала парктарын артабан төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам итәсәк. Үҙәк паркта балалар майҙансығына өҫтәмә рәүештә тренажерҙар ҡуйыласаҡ, бейеү майҙансығы булдырыласаҡ. Киләсәктә байрамдарҙы ошонда үткәреү планлаштырыла. Йылы көндәр етеү менән үҙәк парктың тирә-яҡ территорияһы матурланасаҡ.
Хеҙмәт коллективтары алдында сығыш яһап, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты А.Р. Гәрәева урындағы үҙидара органдарының районды үҫтереү йәһәтенән башҡарған эштәрен баһалап үтте. Ул дәүләкәндәрҙе депутаттар менән осрашыуҙарҙа әүҙемерәк ҡатнашырға, килеп тыуған мәсьәләләр менән электрон ҡабул итеү аша үҙенә мөрәжәғәт итергә саҡырҙы.
Урындағы үҙидара вәкилдәренең хеҙмәт коллективтары менән осрашыуы ҡалала һәм райондағы мөһим мәсьәләләрҙе күтәреп сығырға мөмкинлек бирә. Уның барышында граждандар үҙҙәренең һорауҙарына төплө яуаптар ала.
Читайте нас: