-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Февраль 2019, 12:10

ЗАГС эшен – яңы кимәлгә

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, 2018 йылдың 1 октябренән Рәсәйҙең барлыҡ ЗАГС органдары яңыса эшләй башланы – граждандар торошо акттарының Берҙәм дәүләт реестрына күсте. Был элек һәр төбәктә айырым алып барылған бөтә ЗАГС-тар мәғлүмәттәрен берләштергән система.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, 2018 йылдың 1 октябренән Рәсәйҙең барлыҡ ЗАГС органдары яңыса эшләй башланы – граждандар торошо акттарының Берҙәм дәүләт реестрына күсте. Был элек һәр төбәктә айырым алып барылған бөтә ЗАГС-тар мәғлүмәттәрен берләштергән система.
Ошо системаға хоҡуғын раҫлағандан һуң хеҙмәткәрҙәр электрон рәүештә онлайн режимында дәүләт хеҙмәттәре күрһәтәсәк. Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең граждандар торошо акттары тураһында бөтә мәғлүмәт (тыуыу, никахты теркәү, айырылышыу, үлем, исемде, фамилияны алмаштырыу, атайлыҡты билдәләү, уллыҡҡа алыу тураһында) системала һаҡланасаҡ. Шулай уҡ граждандар торошо акттарын дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡ бланкылары формалары ла үҙгәрҙе.
Яңылыҡ никахты теркәүгә ғариза биреү тәртибенә лә ҡағылды – йәш өйләнешеүселәр туй көнөн никахты теркәгәнгә тиклем бер йыл алдан билдәләй ала.
Күп закондарға, шул иҫәптән Ғаилә кодексына ла үҙгәреш индерелде. Ғаризаны планлаштырылған тантанаға тиклем бер йыл алдан дистанцион рәүештә – дәүләт хеҙмәттәренең Берҙәм порталы аша йәиһә ЗАГС-ҡа шәхсән килеп бирергә мөмкин.
Ғаризаның электрон формаһы шул яғы менән уңайлы, йәш өйләнешеүселәр никахтарын теркәү өсөн ниндәй айҙы, ҡайһы көндө һайларға мөмкин булыуын асыҡ күрә.
- Был эш еңелдән түгел, ул яуаплылыҡ, теүәллек, иғтибар талап итә. Дүрт кешенән торған коллектив үҙ бурысын еренә еткереп башҡара.
2018 йылда беҙҙең бүлек тарафынан 1433 граждандар торошо акты теркәлгән. Былар тыуыу, үлем, никахты теркәү, никахты тарҡатыу, атайлыҡты билдәләү, уллыҡҡа алыу, исем алмаштырыу һәм башҡалар. Һәр һан артында - кеше яҙмыштары, уларҙың шатлыҡтары, борсолоуҙары, хыялдары. Шуға беҙ килгән һәр кешене иғтибар менән тыңлайбыҙ, мөрәжәғәт иткән граждандар законға ярашлы рәүештә яуап алһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ, - ти ЗАГС бүлеге начальнигы Альфира Ринад ҡыҙы Гилдина һәм аныҡ миҫалдар килтерә.
2018 йылда, мәҫәлән, алдағы йыл менән сағыштырғанда, никахҡа инеүселәр һаны 23 парға күберәк булған, айырылышыусылар 14-кә кәмегән, был ҡыуандыра. Атайлыҡты билдәләү 49-ға артҡан, исем алмаштырырға теләүселәр аҙайған. Ҡыҙҙарға ҡарағанда малайҙар күберәк тыуған, туғыҙ сабыйға күберәк.
Ике, өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләр һаны йылдан-йыл күбәйә. Бындай ыңғай демографик үҙгәреш дәүләтебеҙҙең ғаиләләргә күрһәткән ярҙамына бәйле. Әсәлек капиталы, балаларға социаль түләүҙәр, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә программаларҙы финанслау – былар барыһы сабыйҙарҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Үткән йылдың июлендә Дәүләкән ҡалаһы һәм районы буйынса ЗАГС бүлегендә 200-сө һан аҫтында Рысаева Алина Айҙар ҡыҙының тыуыуы тураһында акт теркәлгән. Айҙар Хәлил улы һәм Алия Фәнзил ҡыҙы Рысаевтарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала донъяға килгән. Бүлек начальнигы Альфира Гилдина күп балалы ғаиләгә тыуыу тураһында таныҡлыҡ, гөлләмә тапшырҙы.
Яңы тыуған сабыйҙарҙы Дәүләкән үҙәк район дауаханаһы һәм ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә тантаналы рәүештә теркәү матур йолаға әүерелде. Мәҫәлән, Максим Витальевич һәм Маргарита Руслан ҡыҙы Кузьминдарҙың улдары Всеволод, Рамазан Фәнис улы һәм Татаьяна Алексеевна Иҫәнғоловтарҙың ҡыҙҙары Варвара тыуған. Атай-әсәйҙәр бәләкәстәренең тәүге документы – тыуыу тураһында таныҡлыҡтарын алды, почет китабына ҡул ҡуйҙы, уларға Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығынан бүләк, ҡотлау открыткаһы тапшырылды.
50, 60, 70 һәм хатта 75 йыл бергә йәшәгән юбилярҙарҙы тәбрикләү ҙә матур сараларҙың береһе.
Ивановка ауылынан Виктор Иванович һәм Евдокия Сергеевна Чумаковтарҙың, Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Георгий Евстафьевич һәм Әминә Солтан ҡыҙы Сарманаевтарҙың туғандары, яҡындары ҡатнашлығында, тантаналы рәүештә рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк алғанда ҡыуаныстан йөҙҙәре нисек балҡығанын күрһәгеҙ икән!
ЗАГС хеҙмәткәрҙәренең ҡыҙыҡлы, яуаплы, шул уҡ ваҡытта теүәл һәм көсөргәнешле, граждандарҙың тормошондағы проблемаларға һәм шатлыҡлы ваҡиғаларға ҙур иғтибар талап иткән эше төрлө быуын кешеләренең күңелдәрендә ыңғай тәьҫораттар уята.
Читайте нас: