-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Февраль 2019, 18:53

Ер төҙөлөш белгесе

Юрий Александрович Черновты ауыл хужалығы идаралығының муниципаль контроль буйынса баш белгесе булараҡ беләләр. 2018 йылда ул “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре” һөнәри конкурсында ҡатнашып, еңеүгә өлгәшә - өсөнсө урын яулай. Был еңеү шуныһы менән дә ҡиммәтле – Юрий Александрович Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан килгән юғары класлы белгестәрҙән генә бер аҙ ғына ҡалыша.

Юрий Александрович Черновты ауыл хужалығы идаралығының муниципаль контроль буйынса баш белгесе булараҡ беләләр. 2018 йылда ул “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре” һөнәри конкурсында ҡатнашып, еңеүгә өлгәшә - өсөнсө урын яулай. Был еңеү шуныһы менән дә ҡиммәтле – Юрий Александрович Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан килгән юғары класлы белгестәрҙән генә бер аҙ ғына ҡалыша.
Хеҙмәт бурыстарын юғары кимәлдә башҡарғаны, муниципаль ер контролен тормошҡа ашырыу буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн Ю.А. Черновҡа дәүләт хеҙмәте, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте БР буйынса идаралығының кубогы һәм рәхмәт хаты тапшырыла.
Ю.А. Чернов Дәүләкән районында 1993 йылдан бирле эшләй. Башта ер комитеты баш белгесе була, ә 2013 йылдан муниципаль контроль буйынса баш инспектор булып китә.
Был йылдар эсендә белгес райондағы ҡатмарлы эште квалификациялы башҡарыу өсөн күп тырышлыҡ һала. Атап әйткәндә, уның тарафынан ер контроле, торлаҡ контроле, айырыуса һаҡланылған территорияларҙы, урмандарҙы контролдә тотоу буйынса административ регламенттар эшләнә һәм уларҙы раҫлана.
Росреестрҙың, Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡтары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла.
2013 йылдан ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә мониторинг алып барыла, уларҙы тикшереү планы эшләнә. Раҫланған графикка ярашлы, һәр ауыл биләмәһенә барып, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә тикшереү үткәрелә. Тикшереү ауыл биләмәһе башлыҡтары менән берлектә алып барыла, уның барышында көнө, ваҡыты күрһәтелеп, был ерҙәр фотоға төшөрөлә. Асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙар буйынса акт төҙөлә, улар фотоматериалдар, Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығының мөрәжәғәте менән бергә ҡарау өсөн Россельхознадзорҙың БР буйынса идаралығына ебәрелә.
Ю.А. Чернов Дәүләкән районы прокуратураһы менән берлектә эшләй. Үткәрелгән тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә 5,5 гектарға яҡын майҙанда “ҡара ер ҡаҙыусылар” (һатыу өсөн ер аҫтында ҡалған элекке торбаларҙы ҡаҙып сығарыусылар) тарафынан тупраҡтың уңдырышлы ҡатламы боҙолоуға юл ҡуйылманы. Енәйәтселәр язаға тарттырылды, тупраҡтың уңдырышлы өлөшө тергеҙелде. Шулай уҡ ҡырсынташ карьерын рөхсәтһеҙ файҙаланыуға сик ҡуйылды, нефть торбаһы тишелеү һөҙөмтәһендә ер өҫтөнә нефттең йәйелеүе асыҡланды. Ҡағиҙә боҙоусыларға штраф бирелде, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереү эҙемтәләре бөтөрөлдө.
Дәүләкән ҡалаһы территорияһында рөхсәт ителгән ер участкаларын тейешле хәлгә килтереү буйынса ҙур эш башҡарылды. Муниципаль ер контроле буйынса үткәрелгән саралар һөҙөмтәһендә йыл һайын Дәүләкән районы бюджетына 2,5 млн һумға күберәк аҡса инә башланы.
2017-2018 йылдарҙа районда ауыл хужалығы ерҙәрен тулыһынса тикшереү буйынса күләмле эш тамамланды (150 мең гектар). Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса туғыҙ ҡағиҙә боҙоу асыҡланды. Россельхознадзорҙың БР буйынса идаралығы ер хужаларына ер законын боҙоу тураһында туғыҙ иҫкәрмә тапшырҙы. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә ҡағиҙә боҙоуҙарҙы бөтөрөү өсөн тәғәйен ваҡыт бирелде, шул уҡ ваҡытта улар ҡағиҙә боҙоуҙарҙы бөтөрмәгән осраҡта административ язаға тарттыраласаҡтары тураһында иҫкәрмә алды.
Вазифа бурыстары буйынса, ер инспекторы ауыл биләмәләрендә эш алып барырға, граждандар сходтарында, йыйылыштарҙа ҡатнашырға тейеш. Сход барышында залдағы халыҡ һорауҙар бирә һәм төплө яуап көтә. Ҡайһы саҡта ҡапылдан ғына һорауҙарға тәғәйен яуап табып та булмай. Ҙур тәжрибә, ер законын яҡшы белеү ошондай осраҡтарҙа бик тә ҡулай.
Ул ауыл биләмәләренең ер мөнәсәбәттәре мәсьәләләре ҡаралған сессияларында ла ҡатнашырға тейеш. Ергә, төҙөлөшкә бәйле һорауҙар менән ауыл биләмәләре башлыҡтары һәр саҡ Юрий Александровичҡа мөрәжәғәт итә һәм һәр саҡ уның яҡлап яҡлау, аңлау таба. Ул үҙе лә граждандарҙы шәхсән ҡабул итә, уларҙың ялыуҙарын, бәхәсле мәлдәрҙе ҡарай.
Ер бәхәстәре – эштәрҙең айырым категорияһы. Тормоштарындағы бындай хәлде кешеләр ауыр кисерә. Ергә бәйле бәхәс йылдар буйы һуҙылырға мөмкин, ул бик сетерекле мәсьәлә һәм ике яҡты ла ҡәнғәтләндерерлек “алтын урталыҡты” табыуы ауыр.
Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр тураһында Берҙәм Федераль Информацион Система сиктәрендә дәүләт мәғлүмәт системаһы (ЕФИС ЗСН) алып барыу бурысын ҡуйған БР Ауыл хужалығы министрлығы менән үткәрелгән эш тә республика конкурсында еңеү яулауҙа үҙенең ролен уйнай. Район хужалыҡтарындағы һәр баҫыу, ер хужалары, ерҙән файҙаланыусылар, арендаторҙар тураһында мәғлүмәттәрҙе ошо системаға индерергә кәрәк була. Хужалыҡтар етәкселәре һәм агрономдары менән бергәләп был мәғлүмәттәр ГИС-ҡа индерелә. Һуңынан асыҡланыуынса, тәғәйен ваҡытҡа был эште Дәүләкән районынан тыш башҡа бер район да башҡармаған булып сыға.
Был муниципаль ер контроле алып барыу, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә субсидияларҙы дөрөҫ биреү, ауыл хужалығы эштәренә мониторинг үткәреү өсөн бик мөһим. Киләсәк – информацион технологияларҙа тип иҫәпләй ер контроленең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренең береһе Ю.А. Чернов.
Читайте нас: