+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Февраль 2019, 18:40

Мөһим һәм ентекле һөйләшеү

Урындағы үҙидара вәкилдәренең үҙәк район дауаханаһы коллективы менән осрашыуында күп мәсьәләләр күтәрелде.

Урындағы үҙидара вәкилдәренең үҙәк район дауаханаһы коллективы менән осрашыуында күп мәсьәләләр күтәрелде.
Райондың социаль-иҡтисади хәле менән йыйылыусыларҙы Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов таныштырҙы. Ул юл төҙөлөшө, төҙөкләндереү, әһәмиәтле объекттарҙы ремонтлау һәм үҙгәртеп ҡороу өлкәһендә ҡалала һәм районда барған үҙгәрештәргә туҡталды. Шулай уҡ райондың иҡтисадын һәм социаль өлкәне үҫтереүҙә артабанғы өҫтөнлөктәргә туҡталды.
Хакимиәт башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Ю.А. Кузнецов Дәүләкән районында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үҙәк район дауаханаһы тороуын билдәләне. Ул поликлиника менән төп корпусты, инфекция, паталогоанатомия, элекке терапия корпустарын, шулай уҡ балалар поликлиникаһын, психиатрия, стоматология бүлексәләрен, Ивановка ауылы амбулаторияһын, 40 фельдшер-акушерлыҡ пунктын үҙ эсенә ала.
Бында 585 хеҙмәткәр эшләй, улар араһында - 68 табип, 313 урта медицина персоналы. 2018 йылда дауахана коллективына биш белгес ҡушылды, ике табип “Земский доктор” программаһы буйынса килде, бер фельдшер Суйынсы фельдшер-акушерлыҡ пунктына тәғәйенләнде.
Хәҙерге ваҡытта йәш белгестәргә торлаҡ биреү мәсьәләһе ҡарала.
Өлкәндәр, балалар, стоматология поликлиникалары ике сменала эшләй. Ауыл халҡы медицина ярҙамы алһын өсөн табиптар район ауылдарына барып, халыҡты ҡабул итә. 2018 йылда был һан 215-кә еткән, 6018 кешегә ярҙам күрһәтелгән. Һәр айҙың беренсе һәм өсөнсө шәмбеһендә “Диспансерлаштырыу көндәре” үткәрелә.
Һуңғы ваҡытта үҙәк район дауаханаһының матди-техник базаһын нығытыу өсөн күп эшләнә. Мәҫәлән, 2018 йылда республика бюджеты аҡсалары иҫәбенә терапия бүлексәһенең ҡыйығы капиталь ремонтланды, эшмәкәрлектән килгән аҡсалар иҫәбенә регистратура тейешле хәлгә килтерелде, башҡа ремонт эштәре башҡарылды, улар артабан да дауам итә-сәк.
Район хакимиәте ярҙамы менән Комсомол, Суйынсы, Ташлы-Шәрип, Алға, Сергиополь ауылдарындағы фельдшер-акушерлыҡ пункттары ремонтланған, йылы, яҡты биналарға күсте. Яппар Йәнбәк, Батрак, Көрмәнкәй, Киров ауылдарында бөтә кәрәкле әйбер менән йыһазландырылған модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары урынлаштырылды.
2019 йылда үҙәк район дауаханаһының матди-техник базаһын нығытыу буйынса эш дауам итәсәк.
Дәүләкән ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы В.В. Гапоненко ҡала мөхитенең һәм йәшәүселәрҙең томош сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән федераль, республика, муниципаль программалар буйынса урындағы үҙидара органдарының эшмәкәрлеген яҡтыртты. Ул үткән йылдарҙа башҡарылған эштәргә туҡталып үтте: ҡала урамдарында яңы тротуарҙар, белем биреү учреждениелары эргәһендә хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы махсус урындар барлыҡҡа килеүен билдәләне. Йәмәғәт территорияларын парктарҙы, скверҙарҙы, шулай уҡ күп фатирлы йорттар ихаталарын төҙөкләндереү әүҙем бара, башҡа мөһим мәсьәләләр хәл ителә. Ағымдағы йылда ла башҡараһы эштәр күп әле.
Урындағы үҙидара органдары вәкилдәренең сығыштары осрашыуға килгән медицина хеҙмәткәрҙәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Көнүҙәк темаларҙы күтәргән һорауҙар бирелде, уларға төплө яуаптар алынды.
Осрашыуҙа башҡарылған эштәр өсөн район һәм ҡала хакимиәттәренә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Сара һуңында Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов үҙәк район дауаханаһының баш табибы А.Ә. Салауатовҡа Рәсәйҙең “Красный Крест” төбәк бүлексәһенән Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Читайте нас: