Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан улдары хеҙмәт иткән хәрби частан командирҙарының ҡултамғаһы ҡуйылған рәхмәт хаты килеп төшөүе Гөлнара Зиннур ҡыҙы һәм Рәил Зәки улы Вәлиевтарҙың күңелен шатлыҡ хисе менән тулыландырҙы.
Командирҙың ябай, әммә нигеҙле һүҙҙәре уларҙың хәтерендә оҙаҡ йылдар һаҡланасаҡ. Хатта түбәндәге юлдар бар:
“Хәрби әҙерлектә юғары күрһәткестәре, инициатива күрһәткәне, элемтә узелы составында хеҙмәт иткән осорҙа тырышлығы өсөн рядовой Вәлиев Эмиль Рәил улы грамота менән наградлана”.
Үткән йылдың ноябрь аҙағына тиклем Сведловск өлкәһенең Елань гарнизоны уҡыу үҙәгендә хеҙмәт иткәндә лә, һалдаттың ата-әсәһенә рәхмәт һүҙҙәре күп була. Был һүҙҙәр – уларҙың намыҫлы, тәртипле Ватанды һаҡлаусы тәрбиәләүҙәрен раҫлау.
“Учебка”нан һуң егетте Волгоград өлкәһенең Волжский ҡалаһына ебәрәләр, унда ошо грамота тапшырыла ла инде.
- Йәшермәйем, улымды армияға оҙатҡанда башҡа төрлө уйҙар килде. Әммә хафаланыуҙарыбыҙ юҡҡа булған. Телефондан һөйләшеүҙәр буйынса ла уның өсөн борсолорға кәрәкмәгәнлеген аңлайбыҙ. Ул үҙенең хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Ваҡыттың шул тиклем дә тиҙ үткәнен белмәгәнмен, - тип һөйләй Гөлнара Зиннур ҡыҙы, - улым әле генә 7-се урта мәктәпкә уҡырға төшкән, Башҡорт кооператив техникумында уҡып юрист һөнәре алған һымаҡ ине, инде бына армиянан да ҡайтыр мәле яҡынлаша.
Эмиль күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Хеҙмәтте бында беренсе урынға ҡуялар, бер-береңә ышаныс, ауыр минуттарҙа ярҙамға килеү – был ғаиләләге һәр кешегә хас һыҙаттар.
Гөлнара Зиннур ҡыҙы 8-се “Ладушки” балалар баҡсаһында, Рәил Зәки улы ҡала предприятиеларының береһендә һаҡсы булып эшләй. Улдарынан тыш, ғаиләлә ҡыҙҙары Юлиә, Рәйсә, ике ейәндәре һәм ейәнсәрҙәре бар. Әсә кеше улының бөтә яҡшы сифаттарҙы атаһынан алған тип иҫәпләй. Ауырлыҡтарҙы еңеп сыға белергә, яҡшыны ямандан айырырға, кешеләр менән аралашырға, эш һөйөргә тап аталары өйрәтә.
Был йорттан кеше өҙөлмәй, ял көндәрендә бала-саға тауыштары яңғырай, ихатала тулы тәртип, өҫтәл тулы һый-хөрмәт, күңелдәрендә – шатлыҡ. Был Вәлиевтарҙың ҡалабыҙҙағы бәхетле ғаиләләрҙең береһе икәнлеген раҫлай.