+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Февраль 2019, 16:34

Улар һуғышты үҙ күҙҙәре менән күргән

Беҙҙең күптәребеҙ үҙебеҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙҙән Бөйөк Ватан һуғышы тураһында һөйләгәндәрен күп тапҡыр тыңлағаны бар.

Беҙҙең күптәребеҙ үҙебеҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙҙән Бөйөк Ватан һуғышы тураһында һөйләгәндәрен күп тапҡыр тыңлағаны бар. Йылдар үтә, уларҙың һөйләгәндәре лә онотола төшә, иҫтәлеккә бары тик фотолар, хаттар һәм яҡындарыбыҙҙың хәрьби наградалары ғына ҡала. Әммә беҙҙең арала 30 йыл элек Афғанстандағы һуғышты үҙҙәре кисергәндәр бар. Был һалдаттар һәм офицерҙар ун йылға һуҙылған һуғыштың ни икәнлеген яҡшы аңлай.
Беҙҙең геройҙарыбыҙ – Дәүләкән районы егеттәре, улар төрлө йылдарҙа афған һуғышына эләккән элекке яугирҙәр.
Эске эштәр министрлығы ветераны, отставкалағы милиция прапорщигы Николай Николаевич Даршт 1981-1983 йылдарҙа Афғанстанда айырым разведка батальонында хеҙмәт итә. Йәш яугри махсус операцияларҙа ҡатнаша. Ике тапҡыр яралана. Таулы ерҙәрәҙ һәләк булған һәм яҡывндары менән ҡабат мәңге лә осрашмаясаҡ хеҙмәттәштәрен бер ҡасан да иҫенә сығарғаны юҡ.
Һалдат Николай Даршттың ҡыйыулығы “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән билдәләнә. Николай Николаевич илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән хеҙмәттәштәре менән бөгөн дә бәйләнешен өҙмәй.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса бүлегендә енәйәттә ғәйепләнеүселәрҙе ваҡытлыса тотоу изоляторында дежур төркөм ярҙамсыһы, полиция прапорщигы Айҙар Миңлейәр улы Мәүлийәров та 1985-1987 йылдарҙа команда-штаб машинаһы экипажында элемтә ротаһында хеҙмәт итә. Уның өсөн Афғанстан мәктәп тормошона әйләнә, сөнки ул бында хеҙмәттәштәре менән көн һайын һуғыш ауырлыҡтарына осрай. Ветерандың күкрәгендә балҡыған “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы ошо шанлы йылдарҙың иҫтәлеге.
Армияла хеҙмәт итеү йылдарын беҙҙең геройҙарыбыҙ ауырһынып иҫкә ала. Армиянан ҡайтҡас, башта ттөшкә инеп ыҙалатты, тиҙәр улар, йәнәһе лә һин иртән уянаһын, тирә-яҡта атышалар, туптар шартлай.
Йылдар үтеү менән был бер аҙ баҫыла төшә, әммә ҡыҙыу нөктәлә хеҙмәт иткән йылдар акүңелдән мәңге юйылмаясаҡ.
Читайте нас: