+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2019, 16:42

Беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм даныбыҙ: яугир-интернационалистар һәйкәле эргәһендә митинг

Рәсәйҙә 15 февраль - Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу, Яугир-интеранационалистарҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә. Утыҙ йыл элек, 1989 йылдың 15 февралендә, Совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингенты Афғанстандан сығарыла. Тау-ташлы илдә хәрби хәрәкәттәр туғыҙ йыл дауам итә.

Яугир-интарнационалистар һәйкәленә сәскәләр һалына.
Яугир-интарнационалистар һәйкәленә сәскәләр һалына.
Рәсәйҙә 15 февраль - Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу, Яугир-интеранационалистарҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә. Утыҙ йыл элек, 1989 йылдың 15 февралендә, Совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингенты Афғанстандан сығарыла. Тау-ташлы илдә хәрби хәрәкәттәр туғыҙ йыл дауам итә. Һуғыш күп ватандаштарыбыҙға, уларҙың ғаиләләренә, яҡындарына, дуҫтарына ҡағылды. Был көндө беҙ Афғанстан һуғышы ветерандарына ихтирам күрһәтәбеҙ.
Яугир-интернационалистар һәйкәле эргәһендә Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 30 йыллығына арналған митинг булды. Унда урындағы үҙидара органдары, ветерандарҙың ҡала-район советы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Афғанстан һуғышы ветерандары, уларҙың туғандары, яҡындары ҡатнашты.
Йыйылыусыларҙы ветерандарҙың ҡала-район советы рәйесе Р.Ш. Гәрәев, Әлшәй, Дәүләкән райондары һәм Дәүләкән ҡалаһы хәрби комиссары урынбаҫары Н.А. Воронов, БР Афғанстан ветерандары союзының Дәүләкәндәге бүлексәһе ағзаһы В.Я. Петров, Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары советы рәйесе М.А. Ғәитов сәләмләне.
Митингыла сығыш яһаусылар әйтеүенсә, был илдә ҡораллы бәрелештәр туғыҙ йыл бара. Дәүләкән районынан унда 78 кеше саҡырыла. Улар барыһы ла хәрби бурысын намыҫ менән үтәй, 21 һалдат батырлығы өсөн хәрби наградаларға лайыҡ була, икеһе Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер яҡташыбыҙ һәләк була.
Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнөндә лайыҡлы улдар тәрбиәләгән ата-әсәләргә, уларҙың туғандарына рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Уларҙың батырлығы тураһында киләсәк быуындар ҙа беләсәк.
Ҡаһарманлыҡтары, хәрби антҡа тоғро ҡалғандары, ныҡлы һалдат дуҫлығы өсөн сығыш яһаусыларҙың барыһы ла яугир-интернационалистарға, башҡа хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.
- Райондың үҫешенә булышлыҡ иткәнегеҙ, үҫеп килеүсе быуынды патриотик тәрбиәләүҙә ҡатнашҡанығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт. Һеҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының данлы хәрби йолаларын дауам итәһегеҙ, һеҙҙең тормош принциптарығыҙ, һалдат бурысына тоғролоғоғоҙ киләсәктә лә йәштәргә өлгө булып торасаҡ, - тине уларҙың һәр береһе.
Митингыла ҡатнашыусылар һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алды. Салют яңғыраны. Унан һуң мемориалға веноктар, сәскәләр һалынды.
Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 30 йыллығына арналған тантаналы саралар артабан район Мәҙәниәт йортонда дауам итте. Бында “Хроника афганской войны” тигән документаль фильм күрһәтелде.
Яугир-интернационалистарға Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Ю.А. Кузнецов мөрәжәғәт итте. Ул Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығының ҡотлауын уҡып ишеттерҙе һәм уны БР Афғанстан ветерандары союзының Дәүләкәндәге бүлексәһе рәйесе Г.М. Нафиҡовҡа тапшырҙы. Артабан һүҙ БР Афғанстан ветерандары союзының Дәүләкәндәге бүлексәһе ағзаһы В.В. Поповҡа бирелде.
Район Мәҙәниәт йорто коллективы музыкаль программа әҙерләгән, унда патриотик йырҙар яңғыраны. Яугир-интернационалист О.М. Хәмиҙуллин (һүрәттә) гитарала үҙе уйнап Афғанстан тураһында йыр башҡарҙы.
Тантаналы сарала ҡатнашыусылар Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 30 йыллығы байрам да, ҡайғы көнө лә тигән фекерен белдерҙе. XX быуаттың ҡурҡыныс һуғыш йылдары тарих төпкөлөнә китеп, беҙҙән алыҫлаша бара. Был датаны тарихтан юйып ташлау мөмкин түгел, сәләмәтлеген юғалтҡандарҙы, ғүмерен биргәндәрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Яугир-интеранционалистар ҡаһарманлыҡ, рух ныҡлығы өлгөһөнә әйләнһен. Тыуған илде һаҡлаусылар бөтә замандарҙа ла юғары баһаланған, беҙ уларҙың батырлығы алдында баш эйәбеҙ.
Читайте нас: