+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2019, 16:54

Кушка беҙҙе ҡар өйөмдәре менән ҡаршыланы

Фаил Әхмәтйән улы Хикамов 1953 йылда Йәрмәкәй районында тыуған. Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, автомеханик һөнәрен үҙләштерә. 1972 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Егет Мурманск өлкәһенә эләгә. Ике йыл авиация часында хеҙмәт итә.

Фаил Әхмәтйән улы Хикамов 1953 йылда Йәрмәкәй районында тыуған. Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, автомеханик һөнәрен үҙләштерә. 1972 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Егет Мурманск өлкәһенә эләгә. Ике йыл авиация часында хеҙмәт итә.
Армиянан һуң тыуған ауылына ҡайта. Бында уны туғандары, мәктәп эскәмйәһенән дуҫлашҡан яратҡан ҡыҙы көтә. Дуҫлыҡ ысын мөхәббәткә әүерелә. Шулай итеп яңы ғаилә барлыҡҡа килә. Туй үткәс, йәштәр комсомол юлламаһы буйынса Төркмәнстан ССР - ындағы Чарджоу ҡалаһына китәләр. Унда Фаил Әхмәтйән улы водитель булып эшләй башлай. Йәш ғаиләгә тиҙҙән фатир бирәләр. Ҡыҙҙары тыуа. Тормош үҙ яйы менән дауам итә.
1979 йылда совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингенты Афғанстан Республикаһына индерелә башлай. 1979 йылдың сентябрь – ноябрь айҙарында Кушка ҡалаһына тиҙ арала төрлө һөнәр вәкилдәре тупланған полктар индерелгәнен бик аҙҙар белә. Төрлө йәштәге һалдаттар афғандар өсөн беренсе «шурави» була. Ф.Ә. Хикамов та шундай частарҙың береһенә эләгә.
«Кушка ҡалаһы беҙҙе ҙур ҡар өйөмдәре һәм һалҡындары менән ҡаршы алды. Ҡала өҫтөндә ҙур таш убала тәре тора, ул элекке Рәсәй империяһының көньяҡ нөктәһен билдәләй. Алыҫтан ул ялбыр «папаха» кейгән һымаҡ. Рәсәйҙең хәрби даны, көс-ҡеүәте символы булараҡ ҡуйылған тимер ҡылысҡа бәҫ ҡунғайны», - тип иҫкә ала Фаил Әхмәтйән улы.
Уларҙың 533 хәрбиҙән торған автомобиль часын Шинданд ҡалаһы эргәһендәге аэродромға ебәрәләр. Сержант Хикамов техника буйынса инструктор була, йәштәрҙе өйрәтә. Водителдәрҙең төп тәғәйенләнеше йөк ташыу була, ут өйөрмәһе эсендә йөрөйҙәр.
Ул хәтәр йылдар Фаил Әхмәтйән улының бөгөн дә хәтеренән сыҡмай. Кисәге яугир хәрби дуҫтары, һәләк булған, иҫән ҡалған яуҙаштары тураһында сәғәттәр буйы һөйләй ала.
Ҡаты алыштар, ҡан һәм күҙ йәштәре, бер минут элек кенә бер тәрилкәнән ашаған һалдаттарҙың үлеме йөрәгенә ҡан һауҙыра. Тәүге айҙарҙа бәләкәй ҡыҙы менән яратҡан ҡатыны ҡалған яҡтарҙан хат та ала алмауы бәғерен телә.
Тауҙар араһынан иҫкән, елеккә тиклем үткән Афған елдәре оноторлоҡмо һуң! Яҙ көндәрендә иһә ялан тултырып төрлө төҫтә ләлә сәскә ата.
Фаил Әхмәтйән улы үҙенең иҫән - һау ҡайтыуына өмөтләнә. Тыуған илендә көткәндәрен яҡшы белә.
Ниһайәт, бәхет йылмая -1980 йылдың сентябрендә ғаилә башлығы ҡайтып төшә. Ғаиләлә тағы бер ҡыҙ тыуа. Хәрби хеҙмәттән һуң Фаил Әхмәтйән улы Себер тарафтарында механик, колонна начальнигы булып эшләй. Башҡортостанға ҡайтҡас, Хикамовтар ғаиләһе Дәүләкән ҡалаһында төпләнә. Ҙур, матур йорт төҙөйҙәр. Өс тиҫтә йылға яҡын тиерлек, хаҡлы ялға сыҡҡансы Фаил Әхмәтйән улы Дәүләкән ерендә тырышып эшләй. Күп наградаларға эйә була: миҙал, грамота, рәхмәт хаттары ала, әммә уның өсөн баһалап бөткөһөҙ бүләк – ул уның ғаиләһе: ҡатыны, ҡыҙҙары, кейәүҙәре һәм иң ҙур ҡыуанысы - биш ейәне.
Читайте нас: