+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Февраль 2019, 16:43

Барыһы өсөн дә шатлыҡлы ваҡиға

Урындағы үҙидара вәкилдәренең граждандар менән сираттағы осрашыуының береһендә Яңы Йәнбәк ауылы халҡы үҙ проблемалары менән уртаҡлашты– сабыйҙар үҙ ваҡытын уңайлы шарттарҙа үткәрә алһын, квалификациялы тәрбиәсе ҡарамағында булһын өсөн тораҡ пунктта балалар баҡсаһы асыу, бәләкәстәрҙе мәктәпкә барырға әҙерләү кәрәклеге тураһында әйтелгәйне.

Урындағы үҙидара вәкилдәренең граждандар менән сираттағы осрашыуының береһендә Яңы Йәнбәк ауылы халҡы үҙ проблемалары менән уртаҡлашты– сабыйҙар үҙ ваҡытын уңайлы шарттарҙа үткәрә алһын, квалификациялы тәрбиәсе ҡарамағында булһын өсөн тораҡ пунктта балалар баҡсаһы асыу, бәләкәстәрҙе мәктәпкә барырға әҙерләү кәрәклеге тураһында әйтелгәйне. Был инициатива бөтә башланғыстарҙа яҡлау тапты. Яңы Йәнбәк урта мәктәбе ҡарамағында мәктәпкәсә төркөм асыуҙы Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов шәхси контролгә алғайны.
Уҙған йылдың йәйендә «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә был идея тормошҡа ашырыла башланы. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яуаплылығы сикләнгән «Мир» йәмғиәте төҙөлөш ойошмаһы бөтә кәрәкле эштәрҙе башҡарған, мебель һатып алған һәм урынлаштырған, башҡа кәрәкле ҡорамалдар ҡуйылған.
Февраль айында яҡты бүлмәләр балаларҙың шат тауыштары менән тулыланды. Иркен бүлмәләрҙә яҡты, йылы, йәмле. Кер йыуа торған, санитар бүлмәһе бар, балалар өсөн барлыҡ уңайлыҡтар иҫәпкә алынған, ашарға таратыу, өҫ кейемдәрен элер өсөн шкафтар урынлаштырылған.
Уйын бүлмәһендә уйынсыҡтар бик күп. Өс ҡатлы заманса карауаттар арауыҡты ҡапламай, ә сабыйҙарға уйындан, занятиеларҙан һуң ял итергә мөмкинлек бирә. Төркөм 25 балаға иҫәпләнгән, әле унда ун биш бала йөрөй, ауыл халҡы мәктәп директоры менән берлектә киләсәккә оптимизм менән ҡарай, шарттар булдырғанда ғаиләлә сабыйҙар ҙа күбәйер тигән өмөттә улар.
Мәктәпкәсә төркөмдө асыу тантанаһында хакимиәт башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Ю.А. Кузнецов, мәғариф идаралығы начальнигы Н.В. Кузовова ҡатнашты. Улар ауыл халҡын шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотланы, эштең юғары кимәлдә башҡарылыуын билдәләне, заманса стандарттарға тап килеүен әйтте. Ҡаҙырғол ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы И.М. Ғәлин ҡунаҡтарҙы, ата-әсәләрҙе тәбрикләне, ауыл өсөн кәрәкле проекты тормошҡа ашырырға ярҙам иткән өсөн рәхмәт белдерҙе. Яңы Йәнбәк урта мәктәбе директоры Э.Р. Тукаева үҙ сығышында уларҙың һүҙен ҡеүәтләне.
- Мәктәпкәсә төркөмгә йөрөп, тәрбиәселәр менән шөғөлләнеп, сабыйҙар үҙҙәрен ышаныслы тоя башлай, бәләкәйҙән үк һәләтен арттыра, мәктәпкә барғас уҡыусылар коллективына еңелерәк өйрәнә, - тине ул. - Мәктәпкәсә төркөм асыу ауылдың үҫеүен аңлата, балалар ваҡыттарын ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле итеп үткәрәсәк, был ваҡиға йәш ғаиләләргә, балаларға айырыуса ҙур шатлыҡ.
Уңайлы шарттар тыуҙырыуҙа ата - әсәләр ҙә ярҙам итеүен әйтеп китергә кәрәк, һәр өмәлә улар ҡулдарынан килгәнсә тырышҡан. Ҡаҙырғол ауыл биләмәһе хакимиәте лә ситтә ҡалмаған, саф һауала балалар ял итһен өсөн уйын майҙансығы алыуға аҡса бүлгән.
Мәктәпкәсә төркөмдө асыу тантанаһына килгән ҡунаҡтарға бәләкәстәр йыр, шиғыр, бейеүҙәр менән концерт әҙерләгән.
Был көндө ауыл биләмәһендә урындағы үҙидара вәкилдәренең граждандар менән осрашыуы үтте, унда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, райондың киләсәктә үҫеше ҡаралды, көнүҙәк һорауҙарға яуап бирелде.
Читайте нас: