0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Февраль 2019, 16:58

Торлаҡ-коммуналь хужалығы мәсьәләләре буйынса район форумы

19 февралдә район Мәҙәниәт йортонда “Управдом” район форумы үтте, унда күп фатирлы йорттар советтары рәйестәре һәм ағзалары, тәьмин итеүсе ойошмалар, урындағы үҙидара вәкилдәре ҡатнашты.

19 февралдә район Мәҙәниәт йортонда “Управдом” район форумы үтте, унда күп фатирлы йорттар советтары рәйестәре һәм ағзалары, тәьмин итеүсе ойошмалар, урындағы үҙидара вәкилдәре ҡатнашты.
Форум уртаҡ ҡарарға килеү фекерҙәштәр майҙансығына әйләнергә тейеш, сөнки республикала индерелгән программалар һәм проекттар йәшәүселәрҙең үҙҙәренең әүҙем ҡатнашлығын талап итә.
Форум эшендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Т.Р. Ғилмийәров, А.Р. Гәрәева, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Идаралығының урындағы үҙидара органдары менән эшләү бүлеге баш советнигы А.Н. Шаһаретдинов ҡатнашты.
Форумға Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов рәйеслек итте.
Көн тәртибендә ниндәй һорауҙар күтәрергә кәрәклеген йәшәүселәр үҙҙәре хәл итте: социаль селтәрҙә һорауҙар бирелде, уларға 230-ҙан ашыу кеше яуап бирҙе. Һөҙөмтәлә көнүҙәк темалар билдәләнде: торбаларҙан килгән һыу сифаты, ихаталарҙы һәм йәмәғәт территорияларын төҙөкләндереү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеү, идара итеүсе компанияларҙың эше, күп фатирлы йорттар подъездарын ремонтлау.
Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары А.Ә. Шәйҙуллин ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы принциптары, ҡала үҙәгендә канализация һуҙыу проекты, дүрт канализация-насос станцияһын реконструкциялау, ҡала халҡын сифатлы һыу менән тәьмин итеү өсөн Дәүләкәнде “Таҙа һыу” федераль программаһына индереү тураһында һөйләне.
Дәүләкән ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы В.В. Гапоненко ҡаланы төҙөкләндереү, “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһын тормошҡа ашырыу, күп фатирлы йорттар подъездарын капиталь ремонтлау буйынса 2019 йылға планлаштырылған саралар менән таныштырып үтте.
Көн тәртибендәге мәсьәләләр буйынса фекер алышҡанда һыу сифаты, дөйөм иҫәп приборҙары ҡуйыу, иҫке ҡаралтыларҙы һүтеү, ҡалала йәмәғәт мунсаһы булмауы кеүек һорауҙар күтәрелде. Граждандарҙың сығышынан шул аңлашылды, ысынлап та, ҡалала хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ әле. Торлаҡ хужалары, идара итеүсе компаниялар һәм власть вәкилдәре бергәләп эш иткәндә генә торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә килеп тыуған проблемаларҙы хәл итергә мөмкин.
Форум һуңында “Управдом” республика форумына барасаҡ делегаттар һайланды. Был сара Өфө ҡалаһында үтәсәк.
Читайте нас: