+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Февраль 2019, 16:37

Тырышабыҙ икән, булдырабыҙ!

Сығышым менән мин Ауырғазы районының Мораҙым ауылынан, - тип башланы һүҙен үҙе тураһында Таңилә Исмәғил ҡыҙы. – Урта мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға индем, бер нисә йылдан һөнәремде алмаштырырға тура килде – Өфө китапхана техникумын тамамланым. Әлеге ваҡытта Хөсәйен ауыл китапханаһында эшләйем.

Сығышым менән мин Ауырғазы районының Мораҙым ауылынан, - тип башланы һүҙен үҙе тураһында Таңилә Исмәғил ҡыҙы. – Урта мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға индем, бер нисә йылдан һөнәремде алмаштырырға тура килде – Өфө китапхана техникумын тамамланым. Әлеге ваҡытта Хөсәйен ауыл китапханаһында эшләйем.
Китапханасы эше ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс. Осраҡтан файҙаланып, китап уҡырға яратҡан, үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашып торған Әнүәр Заһитов, Света Ғәлиева, Таңһылыу Гилдина, Зифа Мәрҙәнова, Гөлсинә Кәлимуллина, Альфира Фазылова кеүек әүҙем уҡыусыларыбыҙ бар. Төрлө саралар үткәрәбеҙ, тематик стендтар, күргәҙмәләр эшләйбеҙ. Беҙгә кәңәштәре менән даими ярҙам итеп торған, сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙға рәхмәтемде белдерәм.
Ирем Фахрази Камил улы – Яңы Йәнбәк урта мәктәбенең Хөсәйен филиалында газ ҡаҙанлығы операторы. Ул да биш балалы ишле ғаиләлә үҫкән.
Таңилә һәм Фахрази Кәлимуллиндар беҙҙең районда йәшәгән күп балалы ғаиләләрҙең береһе. Улар дүрт ҡыҙ үҫтерә. Өлкәне, Фирүзә, Стәрлетамаҡ медицина колледжының II курс студенткаһы, буласаҡ стоматолог-ортопед. Таңсулпан менән Гөлдәр мәктәптә уҡый, ә кесеһе, Фәрзәнә, быйыл беренсе класҡа уҡырға барасаҡ.
Йәштәр тәүҙә төп йортта йәшәй, ғаиләләре ишәйә башлағас ҙурыраҡ йорт төҙөү тураһында хыялланалар. Был хыялды тормошҡа ашырыу өсөн йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы бик тә ҡулай була. 2008 йылда ауылды үҫтереү программаһы буйынса торлаҡ төҙөүгә сертификат алалар. 2009 йылда инде ҙур, кирбес йорт һалып инәләр. Төп нигеҙҙе ташламаған аталарын онотмайҙар, хәл белешеп, ярҙам итеп торалар, оло кешене иғтибарһыҙ ҡалдырғандары юҡ.
- Үҙ йортобоҙ булыуына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ, - тиҙәр ирле-ҡатынлы, - йәш ғаиләләргә ярҙамдары өсөн республика етәкселегенә, ҡала һәм район хакимиәтенә рәхмәтлебеҙ. Ошо программа буйынса ауылда тағы бер нисә ғаилә яңы йорт һалды. Матур, күркәм йорттар ауылды йәмләп ултыра. Йәштәр бар икән, тимәк, ауыл йәшәйәсәк. Был беҙҙе ҡыуандыра.
Кәлимуллиндар һәр мәсьәләне бергәләп һөйләшеп, кәңәшләшеп эш итә. Атай менән әсәй балаларға төп таяныс һәм терәк, ҡыҙҙар уларға серен дә һөйләй, шатлыҡтары менән дә бүлешә. Өлкәндәре хужалыҡ эштәрендә ярҙамлаша.
- Беҙ балаларға күберәк иғтибар бирергә тырышабыҙ, өлкәндәрҙе хөрмәт итергә өйрәтәбеҙ. Уларҙың яҡшы уҡыуҙарын теләйбеҙ, уңыштарына сикһеҙ һөйөнәбеҙ, -ти хужабикә.
Гөлдәр ҡыҙҙары математика, әҙәбиәт, физик культура буйынса “Кубок Гагарина” конкурсы еңеүсеһе тип танылған һәм Диплом менән наградланған. Ул спорт менән шөғөлләнергә ярата, әүҙем йәшәү рәүешенә өҫтөнлөк бирә. Был сифаттар уға атаһына күскәндер тип уйлайым, сөнки ғаилә башлығының исеме дәүләкәндәрҙең күбеһенә яҡшы таныш. Район һабантуйҙарында Фахрази Кәлимуллин бер нисә йыл рәттән ат сабыштырыуҙа абсолют чемпион исемен яуланы.
Дүрт ҡыҙ тәрбиәләгән ғаилә бәхетте үҙ ҡулдары менән ҡоя. Ҡайҙандыр ситтән ярҙам көтөп ултырмайҙар, бары үҙ көстәренә таяналар. Берәү ҙә килеп улар өсөн эшләмәйәсәген яҡшы белә был ғаилә.
- Йәй буйы баҡса ҡарайбыҙ, ҡура тултырып мал аҫрайбыҙ. Көҙөн күп итеп компот, ҡайнатмалар әҙерләйбеҙ, төрлө салаттар яһайбыҙ. Һыйырҙар, башмаҡтар, һарыҡтар, ат, ҡош-ҡорт, ҡыҫҡаһы, мәшәҡәттәр етерлек. Тырышабыҙ икән, булдырабыҙ! – тип тамамланы әңгәмәбеҙҙе йорт хужалары.
Читайте нас: