+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Март 2019, 17:47

Сәләмәт йәшәү рәүешен һайлайбыҙ!

Район Мәҙәниәт йортоноң ҙур залында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән “Павильон” рок-төркөмө сығыш яһаны

Район Мәҙәниәт йортоноң ҙур залында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән “Павильон” рок-төркөмө сығыш яһаны
Был төркөм беҙҙең республика халҡына яҡшы таныш. Төркөмдөң барлыҡҡа килеүенең 20 йыллығы хөрмәтенә музыканттар республика ҡалалары буйлап гастролгә сыҡҡан. Улар йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай. Дәүләкән улар өсөн әлегә сығыш яһаған алтынсы ҡала.
Йыйылыусыларға сәләмләү һүҙҙәре менән Дәүләкән районы муниципаль районының йәштәр эштәре буйынса баш белгесе Ж.Р. Сәхәбетдинов мөрәжәғәт итте. Ул килгән музыканттар менән таныштырып үтте.
Зал музыканттарҙы йылы ҡабул итте. “Павильон” төркөмө беҙҙең ҡалала тулы составта сығыш яһаманы. Төркөм башлығы Илья Столетов уҡыусыларға һәм йәштәргә үҙҙәренең алкоголь һәм наркотиктар ҡулланған дуҫтарының, таныштарының ғүмере нисек аяныслы булыуы хаҡында һөйләне, был бәләләрҙән алыҫ торорға саҡырҙы. Ул спорт менән шөғөлләнергә, уҡырға, ижад итергә саҡырҙы, тура юлдан барырға өндәне.
Музыканттар “Кино”, “Сплин”, “Жуки” рок-төркөмдәренең популяр хиттарын башҡарҙы, йәштәр уларға ҡушылып йырланы.
Концерт тамамланғас, Дәүләкән районы муниципаль районының йәштәр эштәре буйынса баш белгесе Ж.Р. Сәхәбетдинов сығыштары өсөн музыканттарға рәхмәт белдерҙе, башҡарыу оҫталығы, йәштәрҙе рухи-әхлаҡи тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Читайте нас: