+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Март 2019, 17:50

Барлыҡ әсәйҙәргә - һаулыҡ һәм бәхет!

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан минең өсөн ҡәҙерле булған кешем - әсәйем тураһында һөйләргә теләйем. Уның исеме – Ирина Владимировна Бабушкина.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан минең өсөн ҡәҙерле булған кешем - әсәйем тураһында һөйләргә теләйем. Уның исеме – Ирина Владимировна Бабушкина.
Сабый сағымда, әле саҡ тәүге аҙымдарымды яһағанда, ул ниндәй булғандыр, белмәйем, әммә минең өсөн әсәйем бөгөн дә иң матуры һәм изге күңелле кешеләрҙең береһе. Атайым менән әсәйем һөйләүенсә, минең телем “әсәй” тип асылған. Әсәйем минең сабый сағымды йыш иҫкә ала. Изгелектәре, тәмле аштары, һөйөү-наҙҙары, яҡшы кәңәштәре өсөн ҡәҙерле кешемде бик тә яратам.
Тыңлай һәм аңлай белгәне өсөн дә мин уны бик ихтирам итәм. Ер йөҙөндә унан дә мәрхәмәтлерәк бер кем юҡтыр, моғайын.
Хеҙмәт һөйөргә, кешеләрҙе яратырға, Тыуған илде яҡларға һәм һаҡларға кәрәклеген мин тап унан белдем. Ул миндә ышаныс уятты, тирә-яҡты танып белергә өйрәтте. Тәүге уңыштарымда әсәйемдең ярҙамы баһалап бөткөһөҙ ҙур. Минең бәләкәс кенә еңеүҙәрем – уның йоҡоһоҙ төндәре. Ул минең уҡытыусым да, тәнҡитсем дә, кәңәшсем һәм ярҙамсым да.
Мине йыш ҡына әсәйемә оҡшаталар. Шулай тип әйткән кешеләргә һәр саҡ йылмаям. Һәр саҡ! Был минең өсөн иң яҡшы маҡтау һүҙҙәре, артығы кәрәкмәй ҙә.
Өс балаң тураһында ҡайғыртып, йыш ҡына үҙең хаҡында бөтөнләй онотаһың. Бөгөн, тәүге яҙғы байрам алдынан, мин һиңә һәм барлыҡ әсәйҙәргә һаулыҡ, бәхет, түҙемлек теләйем.
Әсәйҙәрҙе хөрмәт итәйек, уларға йылы һәм наҙлы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек!
Һәр әсә тирә-яҡтағыларҙың мөхәббәтенә сорналып, һөйөү наҙҙарына төрөнөп йәшәһен.
Әсәйҙәрҙән башҡа тормош юҡ. Уларҙы булғандары өсөн яратайыҡ.
Читайте нас: