«Һомғол буйлы, алсаҡ һәм һөйкөмлө, ул беҙгә тәү күргәс тә оҡшаны, - тип һөйләй ҡаланың үҙәк урамында йәшәүсе Венера Сәхиулла ҡыҙы Скрябина үҙҙәренең почтальоны тураһында. – Беҙҙең почтальон Людмила Ивановна Романченко кеүек кешеләр бик һирәк осрай».
- Минең эш көнөм иртәнге сәғәт һигеҙҙә башлана. Уның күпселек өлөшөн асыҡ һауала үткәрәм – адресаттарға хат, бандероль, посылка, гәзит һәм журналдар таратам. Адресаттар алырға тейеш хәбәрҙәрҙе сорттарға бүләм, пенсия таратам, башҡа аҡсалата күсереүҙәрҙе илтәм. 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытынан алда матбуғат баҫмаларына яҙылыу башланды, йорттарына барып яҙҙырам, - тип һөйләй Л.И. Романченко. – Эшләү дәүерендә күп кешеләр менән аралашырға тура килә, мине, коллегаларым кеүек үк, күптәр, айырыуса пенсионерҙар, ҡыуанып ҡаршы ала, почтальонға яҡын кешеһе кеүек ҡарай.
Людмила Ивановна почтальон булып ике йыл ғына эшләй, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ һөнәре буйынса эш тапмаған. Почтаға хеҙмәткәр кәрәк икәнлеген ишетеп, Дәүләкән почтамты етәкселегенә мөрәжәғәт итә. Стажировканы уңышлы үтә һәм ышаныс яулай. Татыу коллективҡа тиҙ өйрәнеп китә, һәр клиенттың йөрәгенә юл таба белә.
Үҙе хеҙмәтләндерәгән микрорайон кешеләр йәшәгән йорттарға көн һайын тиерлек инә, ул яратҡан почтальон ғына түгел, ә әңгәмәсе, ярҙамсы, кәрәк саҡта кәңәшсе лә була.
Үткән йыл почта бүлексәһе етәкселеге «Башҡортостан оҫталары» һөнәри оҫталыҡ конкурсына күп кандидатуралар араһынан Людмила Ивановна Романченконы һайлап алды.
Шулай итеп, 2018 йылдың ноябрендә республиканың төрлө төбәктәренән 22 почтальон, һайлап алыу турын үтеп, Профсоюздар йортоноң залында йыйыла, профессиональ белемдәрен, һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтәләр һәм төрлө сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлдарын ҡарайҙар. Почтальон өсөн «насар һауа торошо юҡ», улар кешеләргә мәғлүмәт килтерә, күңелдәргә йылылыҡ өҫтәй.
- Бындай абруйлы конкурста ҙур теләк менән ҡатнаштым, сөнки иң тәү сиратта белем кимәлемде, тупланған тәжрибәмде күрһәтәһем килде. Минең һөнәремдә иң ҡыҙыҡлыһы – кешеләр менән аралашыу,- тип һөйләй Людмила Ивановна.
Тырышлыҡ бушҡа үтмәй – баһалама ағзалары билдәләүенсә, Л.И. Романченко башҡа конкурсанттарға ҡарағанда үҙ эшенә ижади ҡарай, «өйгә эште» ентекле үтәй, һөнәрен данлап яҙған шиғырын һөйләп ишеттерә.
Залда ябай, әммә ихлас күңелдән әйтелгән шундай һүҙҙәр яңғырай: « Ә һеҙ беләһегеҙме, миңә эшем бик тә оҡшай. Уның ҡатмарлығын үҙегеҙ күрәһегеҙ. Көн һайын мин ҡаланың егерме урамына гәзит, хат, бандероль, ҡотлау открыткалары һәм башҡа корреспонденция еткерәм. Бар ҡаршылыҡтарҙы үтәм, кешеләр менән аралашам, мине көн дә көтөп торалар, көс-ҡеүәт өҫтәп торалар», - тине Людмила Ивановна, «Рәсәй почтаһы» дәүләт унитар предприятиеһы филиалы - БР федераль почта элемтәһе идаралығы генераль директоры Ирек Миневәли улы Ғәлимовтың ҡулынан диплом һәм сәскә гөлләмәһе алғанда.
Был Людмила Ивановна ҡатнашҡан һәм уңыштарға өлгәшкән бер генә конкурс түгел – үткән йылдың көҙөндә Дәүләкән почтамты бүлексәһе коллективы «Башҡортостан Республикаһының федераль почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәре араһында КВН уйынында иң яҡшы сценарий» номинацияһында еңеүсе тип таныла.
Людмила Ивановна үҙен бәхетле тип һанай. Эшендәге ҡаҙаныштары дәрт бирә, ул яңғыҙы түгел. Уны барыһы ла ярата, ышана, һәр өйҙә ҡунаҡ һымаҡ көтәләр. Иң ҙур байлығы - балалары. Ял көндәрен дә файҙалы итеп үткәрә, Башҡорт дәүләт университетының өсөнсө һәм бишенсе курс студенттары - улы Андрей һәм ҡыҙы Наталья ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә, улар әсәләрен бик ныҡ яраталар! Был яҙ байрамында улар һөйөклө кешеләренә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ, уңыштар һәм хыялдары тормошҡа ашыуын теләйҙәр!