Башҡортостан Республикаһы Юғары судында республиканың юғары суды инстанцияларының 2018 йылдағы эш һөҙөҙмтәләре буйынса ултырышы үтте
Ултырышты асып, Башҡортостан Республикаһының Юғары суды рәйесе вазифаһын башҡарыусы Земфира Латыпова һүҙҙе Башҡортостан Республикаһы Юғары суды рәйесе Рафат Юлдашевҡа бирҙе. Ул киң мәғлүмәт саралары араһында суд органдары эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыуға арналған конкурс еңеүселәрен бүләкләне.
Артабан Башҡортостан Республикаһы Юғары суды президиумы барлыҡ суд инстанцияларының башҡарылған эштәре тураһында отчеттарын тыңланы һәм 2019 йылға бурыстар билдәләне.
Президиумдың киңәйтелгән ултырышында киң мәғлүмәт саралары араһында суд органдары эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыуға арналған “Һөнәре буйынса иң яҡшы” конкурсы еңеүселәре иғлан ителде.
Башҡортостан Республикаһында суд системаһы эшмәкәрлеген әүҙем һәм һөрәри яҡтыртҡаны өсөн номинацияһында “Асылыкүл”-“Балҡантау” гәзите редакцияһы еңеүсе тип танылды.