+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Март 2019, 16:43

Илде һаҡлаусылар, алға!

28 февралдә физкультура - һауыҡтырыу комплексы бинаһында «Илде һаҡлаусылар, алға!» республика конкурсының муниципаль этабы үтте

«Патриоттар» командаһы.
«Патриоттар» командаһы.
28 февралдә физкультура - һауыҡтырыу комплексы бинаһында «Илде һаҡлаусылар, алға!» республика конкурсының муниципаль этабы үтте
Конкурстың маҡсаты - уҡыусыларҙа гражданлыҡ тойғолары тәрбиәләү, физик көстәрен һынау, илһөйәрлек тойғоларын арттырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау ине.
Муниципаль этапты Балалар ижады йорто ойошторҙо.
Биш мәктәп командаһы ҡаланың спорт аренаһына сығып, үҙ мәктәптәренең данын яҡланы, физик әҙерлектәрен күрһәтте, белемдәрен һынаны. 3-4 класс уҡыусылары командаларына патриотик исемдәр уйлап тапҡан : 1- се мәктәп - «Вольный ветер», 3-сө башҡорт гимназия-интернаты - «Спецназ», 4-се лицей - «Экипаж», 5-се гимназия - «Орлята», 7-се мәктәп «Патриоттар» командалары.
Йәш конкурсанттарҙы Балалар ижады йорто директоры Н.В. Петрова сәләмләне. Ул бөтә командаларға уңышлы уйын теләне.
Конкурс ете этаптан торҙо, командаларға «Визит карточкаһы», «Тәүге ярҙам күрһәтеү», «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге», «Экология», «Ориентир алыу», «Капитандар конкурсы» һәм «Ҡаршылыҡтар һыҙатын» үтергә кәрәк ине.
«Илде һаҡлаусылар, алға!» муниципаль этап еңеүсеһе тип 7-се мәктәптән «Патриоттар» командаһы танылды.
Почетлы кубок еңеүсе команда ағзаларының ҡулынан оҙаҡ төшмәне, улар ғәҙел көрәштә беренсе урынды яуланы. Барлыҡ конкурсанттарға почет грамотаһы һәм махсус бүләк тапшырылды.
Дәүләкәндең «Патриоттар» командаһы беҙҙең райондың данын Стәрлетамаҡ ҡалаһында зона этабында яҡлаясаҡ.
Читайте нас: