+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Март 2019, 16:53

Ижади номерҙар диплом менән билдәләнде

Полиция хеҙмәткәрҙәре – ҡырыҫ кешеләр тигән фекер йөрөй, көндөҙ ҙә, төндә лә хәүефһеҙлек һағында тороп, улар һәр ваҡыт эштә, буш ваҡыттары юҡ тиерлек. Әммә улар араһында бынамын тигән таланттар бар икәнен барыһы ла белмәй.

Полиция хеҙмәткәрҙәре – ҡырыҫ кешеләр тигән фекер йөрөй, көндөҙ ҙә, төндә лә хәүефһеҙлек һағында тороп, улар һәр ваҡыт эштә, буш ваҡыттары юҡ тиерлек. Әммә улар араһында бынамын тигән таланттар бар икәнен барыһы ла белмәй.
Рәсәй эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзалары Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулыу айҡанлы Туймазы ҡалаһында үткәрелгән XX фестивалдең зона этабында үҙ һәләттәрен күрһәтте.
Эш графигы тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, айҙан ашыу ижади коллектив көн дә репетицияға йөрөнө.
Хеҙмәткәрҙәр «Участка уполномоченныйының төшө» тигән үҙенсәлекле программа әҙерләгән, бында концерт номерҙары һәм участковыйҙың көндәлек эше тураһында видеояҙма күрһәтелде. Ю. Глазкова, А. Зайчикова, Э. Михайлова, И. Ханнанова, А. Мусин, Р. Тиникеев дәртле сиған бейеүен бейене.
Ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле вокалистары – И. Усманова, Г. Маннанова, Е. Зайцевская, И. Мырҙагәрәева, Е. Макиша үҙ сығыштары менән шатландырҙы. А. Глазков, И Гвоздецкий, В. Михайлов, А Никитин, К. Кузовов һәм А. Әхмәтвәлиевтар Рәсәй полицияһы көндәлек эше тураһында йырҙар башҡарҙы.
Мырҙагәрәевтарҙың ғаилә дуэты бик матур булды. «Ойся, ты ойся» тигән казак йырын башҡарған ҡатнаш вокаль-инструменталь ансамбленең сығышы баһалама ағзаларында юйылмаҫ тәҫьораттар ҡалдырҙы. Бөтә был ижади номерҙар фестиваль лауреаттары дипломдары менән билдәләнде.
Рәсәй эске эштәр министрлығынының Дәүләкән районы буйынса бүлеге солисы Р. Фәйзуллиндың сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Сағыу вокаль сығышы өсөн ул рәхмәт хатына лайыҡ булды. Рәсәй тураһында патриотик йыр өсөн К. Кузовова һәм Е. Макишаның вокаль дуэты рәхмәт хаты менән билдәләнде.
«Һырлап биҙәү сәнғәте» номинацияһында А. Журкова ғаиләһе һәләттәрен күрһәтте.
Фестивалдә ҡатнашыусылар, полиция хеҙмәткәрҙәре тәртип һаҡсылары ғына түгел, ә төрлө һәләттәргә эйә ижади кешәләр.
Рәсәй эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса бүлеге концерт программаһын әҙерләүгә ярҙам иткәндәре өсөн район Мәҙәниәт йорто коллективына, директор И. Шәфиеваға, Ю Амолькинға, А. Машковҡа, Н. Греценгер, И Мусинаға, шулай уҡ балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары Н. Кузнецоваға һәм Р. Ғариповаға рәхмәт белдерә.
Читайте нас: