-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Март 2019, 13:52

Ҡатын-ҡыҙҙар байрамында йылы һүҙҙәр

7 мартта район Мәҙәниәт йортоноң ҙур залында 8 март - Халыҡ-ара ҡатын- ҡыҙҙар байрамына арналған тантаналы йыйылыш үтте

Байрамды алып барыусылар Сергей Гореславец, Илсур Әхмәтшин, Артем Машков (һулдан уңға).
Байрамды алып барыусылар Сергей Гореславец, Илсур Әхмәтшин, Артем Машков (һулдан уңға).
7 мартта район Мәҙәниәт йортоноң ҙур залында 8 март - Халыҡ-ара ҡатын- ҡыҙҙар байрамына арналған тантаналы йыйылыш үтте
Был байрам яҙ килеүе менән ҡыуандыра. Көн дә йылы, яҙғыса ине, ә район Мәҙәниәт йорто фойеһында ҡатын-ҡыҙҙарҙы «Экспромт» халыҡ инструменталь ансамбле дәртле музыка менән ҡаршы алды, йыйылыусыларҙың кәйефен күтәрҙе.
Район сәхнәһенән ҡотлау һүҙҙәрен ишетергә, йыр тыңларға
уҡыу йорттары вәкилдәре, хеҙмәт коллективтары, ауыл хужалығы эшсәндәре саҡырылды.
Тантаналы йыйылышта башта «Кеше. Ябай тарих» тигән ҡыҫҡа метражлы видеотаҫма күрһәтелде, унда беҙҙең район ҡатын-ҡыҙҙары: яуаплылығы сикләнгән «Регионагро» йәмғиәтенең машина менән һауыу операторы, Рассвет ауыл Советы ауыл биләмәһенен Ленинск ауылынан Эльмира Йосопова һәм Сергиополь ауылы почтальонкаһы Елена Сергееваның көндәлек тормошо сағылдырылды.
Йыйылыусыларға Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.
- Бөгөн ветеран-инәйҙәргә, тыл хеҙмәтсәндәренә ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Райондың социаль- иҡтисади үҫешенә ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙ ҙур өлөш индерә. Ҡатын-ҡыҙ – ул мөхәббәт, ғаилә, балалар, - тип билдәләне Илгиз Фәнил улы.. Сығышының һуңында хакимиәт исеменән барыһына ла сәскә таратылды.
Ябай ҡатын-ҡыҙ мода ҡарай ала, әммә был көндө мөғжизә булды тиһәң дә ярай. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы хөрмәтенә 4-се лицей уҡыусылары ҡул эштәре түңәрәге етәксеһе Елена Воликова менән бергәләп әҙерләгән милли стилдәге кейемдәр коллекцияһын тәҡдим итте. Йәш моделдәр ышаныслы рәүештә подиумға сыҡты, Елена Дмитриевнаның оҫталығын күрһәтте, тамашасылар уларҙы ҡайнар алҡышланы.
Сергей Пастухов, Розалия Дик, Дамир Любимов һәм Нина Греценгерҙың дуэты, «Илһам» хореография ансамбле, «Экспромт» инструменталь ансамбль үҙҙәренең ижади номерҙары менән ҡатын- ҡыҙҙарҙы ҡотланы.
Байрамды алып барыусылары Сергей Гореславец, Артем Машков һәм Илсур Әхмәтшин шиғыр уҡыны, шаяртты, кешелектең гүзәл яртыһына матур һүҙҙәрҙе йәлләмәне.
Тантаналы йыйылыш һуңында Өфө ҡалаһынан Артур Аров сығыш яһаны, ул «Я люблю тебя до слез», «Я просто лбюлю тебя» тип атлаған билдәле йырҙарҙы башҡарҙы. Был көндө шундай ябай һүҙҙәр гүзәл заттарға айырыуса байрам кәйефе өҫтәне.
Читайте нас: