-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Март 2019, 13:59

Шағирә һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре

Бер нисә шиғри йыйынтыҡ авторы, Ҡоръятмаҫ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы М.В. Хәлилова күп тапҡыр район, төбәк, республика конкурстары еңеүсеһе. Яҙҙың тәүге айы уға сираттағы уңыш килтерҙе.

«Районка»ла хәбәр ителеүенсә, март башында «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Уның ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе. Конкурсҡа ебәрелгән 300-ҙән ашыу заявка араһында беҙҙең райондан Миңзәлә Хәлилова ла бар ине.
Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, ул ошо конкурстың финалына сыҡты һәм диплом менән наградланды.
Әйтергә кәрәк, ауылда, районда бер генә әҙәби сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Ул - «Дим» әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзаһы. Ошо көндәрҙә М.В. Хәлилова берекмәнең ағзаһы итеп һайланды.
Миңзәлә Вәсил ҡыҙы – бәхетле ҡатын. Үҙ тырышлығы менән күп нәмәгә өлгәшкән һәм тап шундай юлды һайлауына һис тә үкенмәй.
Читайте нас: