+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Март 2019, 16:14

Ҡәйнә, килен – бер төптән

Иҫке Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йортонда тәүге тапҡыр «Ҡәйнәләр һәм килендәр» тип исемләнгән конкурс үткәрелде. Унда Яппар Йәнбәк, Яңы Мерєѕ һәм Иҫке Мерәҫ ауылдарынан төрлө йәштәге килендәр һәм ҡәйнәләр йыйылды.

Иҫке Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йортонда тәүге тапҡыр «Ҡәйнәләр һәм килендәр» тип исемләнгән конкурс үткәрелде. Унда Яппар Йәнбәк, Яңы Мерәҫ һәм Иҫке Мерәҫ ауылдарынан төрлө йәштәге килендәр һәм ҡәйнәләр йыйылды.
Байрамда дүрт пар ҡатнашты: Гөлбикә Мәжитова һәм уның килене Миләүшә Һағынбаева, Сайма Дәүләтова һәм Гөлнара Ноғоманова, Зөлфиә һәм Гөлнара Хәбибуллиналар, Миңлегөл Ноғоманова һәм Гүзәлиә Хәбиәхмәтова. Уларға ете этапта үҙҙәренең ижади һәләттәрен генә түгел, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен, уртаҡ тел таба белеүҙәрен, хис-тойғоларын күрһәтергә кәрәк ине.
- Ошо конкурс ярҙамында беҙ бөгөн ҡәйнә менән килендәрҙең нисек йәшәүҙәрен күрһәтергә теләнек. Улар араһында сәхнәгә тәүге тапҡыр сығыусылар ҙа бар, - тип билдәләне сараны алып барыусы Зөһрә Әхмәтйәнова.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, һәр ҡатнашыусы уникаль, һәр ғаиләнең үҙ йолалары һәм ҡиммәттәре бар. Уларҙың барыһы ла ҡул эшенә маһир, тәмле итеп ашарға әҙерләй, кәрәк икән – теттереп бейей, йырлап та ебәрә. Көндәлек тормошта һымаҡ уҡ, конкурсанттар бергәләп милли ашамлыҡтар ҙа әҙерләне, ижади һынауҙарҙы ла «отлично»ға үтәне, сөнки улар бер ғаилә, бер-береһенә ярҙам итеп, көс-дәрт өҫтәп йәшәйҙәр.
Конкурста иң йәш ҡатнашыусылар Зөлфиә һәм Гөлнара Хәбибуллиналар бер нисә йыл татыу һәм килешеп йәшәй. Ҡәйнәһе киленән ҡәнәғәт икәнлеге йөҙҙәренән үк сағыла.
- Әхирәттәр һымаҡ йәшәйбеҙ! – тиҙәр улар бер тауыштан.
Яппар Йәнбәк ауылынан Гөлбикә Мәжитова һәм уның килене, Батрак фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Миләүшә Һағынбаева иң күңелсәк, юморға бай ҡәйнә менән килен булып сыҡты.
Туҡмас ҡырҡыуҙа Гөлнара Ноғоманованан да оҫтараҡ кеше табылманы, Сайма Дәүләтова иһә уны дәртләндереп торҙо. Матур йырҙары менән ҡыуандырған Миңлегөл Ноғоманова менән Гүзәлиә Хәбиәхмәтова иң моңлолары тип танылды.
Байрам бик матур һәм сағыу үтте. Мерәҫ мәктәбе уҡыусыһы Гәлиә Яҡупова, педагогик хеҙмәт ветераны Миңлегөл Хәбиәхмәтова, район мәҙәниәт йорто методисы Наилә Фазуллинаның йырҙары уны уғата йәмләндереп ебәрҙе.
Беҙ Өршәк килендәре һәм ҡыҙҙарының егәрлелегенә, отҡорлоғона, уңғанлығына йәнә бер инандыҡ. Шуға жюри ҡарары буйынса еңеүселәр һәм еңелеүселәр булманы. Сара һуңында ҡатнашыусыларға мәҙәниәт идаралығы дипломдары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: