+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Март 2019, 17:02

Дәүләкәндәр ҡышты оҙатты

Ғәҙәттәгесә, халыҡ уйындары, йыр-бейеүҙәр менән оҙатты дәүләкәндәр быйылғы ҡышты ла. Ҡаланың үҙәк майҙанында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа йыйылды.

Ғәҙәттәгесә, халыҡ уйындары, йыр-бейеүҙәр менән оҙатты дәүләкәндәр быйылғы ҡышты ла. Ҡаланың үҙәк майҙанында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа йыйылды. Тәмле ҡоймаҡ еҫе, ҡайнар сәй, дәртле музыка, балаларҙың шат тауыштары кәйефтәрҙе күтәрҙе.
Ә сәхнәлә район Мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары һәм дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары сағыу тамаша тәҡдим итте: Ҡыш икмәк-тоҙ менән үҙенең вәкәләттәрен Яҙға тапшырҙы, шаян мәҙәкселәр халыҡты күңел асырға, ҡайнатма, ҡаймаҡҡа ҡушып тәмле ҡоймаҡ ашарға, дәртле көй-моңдар менән ҡышты оҙатырға саҡырҙы.
Был көндө яңғыраған йырҙар ҙа ошо көнгә бәйле ине. Дәүләкән сәнәғт мәктәбенең сағыу тауышлы йырсылары, “Ивален” һәм “Ларец” өлгөлө фольклор коллективтары үҙҙәренең етәкселәре Н.И. Белова һәм Н.В. Кузнецова етәкселегендә рус халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Уларҙың башҡарыу оҫталығы, төрлө төҫтәге таҫмалар менән биҙәлгән костюмдары, ихлас йылмайыуҙары, алһыуланған бит алмалары тиҙҙән яҙ килеүен асыҡ күрһәтеп торҙо.
Әлегә тәбиғәт ҡышҡы йоҡоһонан уянып бөтмәгән, яҙғы хәстәрлектәр башланмаған, тимәк, уйын-көлкө өсөн ваҡыт етерлек. Уйындарҙа ҡатнашырға теләүселәр күп булды. Уларҙың һәр береһе ҡышты оҙатыуға арналды. Иң состарҙы һәм етеҙҙәрҙе тоҡ кейеп уҙышырға саҡырҙылар.
Спорт уйындары иң мәргәндәрҙе, сыҙамдарҙы асыҡланы. Ҡыйыуҙарҙы тамашасылар алҡыштар менән ҡеүәтләне.
Артабан гер күтәреүҙә көс һынашырға ваҡыт етте. Бында ир-егеттәргә тиңдәр булманы.
Сәхнәлә сығыштар барған мәлдә майҙанда халыҡ рәхәтләнеп ҡоймаҡ менән һыйланды.
Читайте нас: