«Аслыкүл» тәбиғәт паркы республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең береһе.
Тәбиғәт паркы Әлшәй, Бәләбәй, Бүздәк, Дәүләкән райондары территорияһында урынлашҡан. Уның дөйөм майҙаны 47500 гектар тәшкил итә.
Үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыларын, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡлау парктың төп бурысы булып тора. Йыл башынан тәбиғәтте һаҡлау закондарын боҙоуҙарға юл ҡуймау һәм иҫкәртеү маҡсатында, инспекторҙар тарафынан 40-тан ашыу рейд үткәрелде, шулай уҡ полиция бүлеге, Дәүләт күҙәтеүе һәм Балыҡсылыҡ инспекцияһы органдары вәкилдәре менән берлектә рейдтар үтте. Улар барышында хеҙмәткәрҙәр паркка килеүселәр араһында тәбиғәтте һаҡлау закондары талаптары һәм уларҙы боҙған өсөн яуаплылыҡ ҡаралыуы тураһында аңлатыу эштәре алып бара, боҙҙа үҙеңде хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләре буйынса балыҡсылар менән әңгәмәләр алып бара, методик рекомендациялар, шулай уҡ тирә-яҡ мөхитте бысратыуҙан һаҡларға саҡырылған буклеттар тарата. Парк хеҙмәткәрҙәренең бурысы тәртип боҙоусыларға яза биреү түгел, ә махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә ниндәй ҡағиҙәләр , сикләүҙәр булыуын һәм уларҙы ниңә боҙорға ярамағанлығын аңлатыу.
Биотехник саралар үткәреү инспекторҙар эшенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Ҡыш – ҡырағай хайуандар өсөн ауыр һәм хәүефле осор. Бигерәк тә быйылғы кеүек ҡар күр яуғанда һәм ҡаты һыуыҡтар булғанда ныҡ һиҙелә. Ҡалын ҡар ҡатламы аҫтынан аҙыҡ табыуы ауырлаша, ә был йәш хайуандарҙың ҡырылыуына килтерә. Шуның өсөн тәбиғәт паркы территорияһында инспекторҙар ҡырағай хайуандар өсөн туҡланыу майҙансыҡтарын йыһазландырыу, уларға аҙыҡ әҙерләү һәм уны төрлө урындарға һалыу кеүек эштәр башҡара. Өҫтәмә туҡландырыу уларҙың һанын һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә.
Ғәҙәттәгесә, йыл башында инспекторҙар йәнлектәр һанын иҫәпләү маҡсатында ҡышҡы маршрут үткәрә. Әле барлыҡ документтар – иҫәпләү карточкалары эшкәртеүгә тапшырылған, һөҙөмтәләр буйынса белгестәр махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә ҡырағай хайуандар һанын билдәләйәсәк.
«Аслыкүл» тәбиғәт паркы Халыҡ-ара һәм бөтөн Рәсәй акцияларында әүҙем ҡатнаша.
«Таҙа боҙ» акцияһына ярашлы, йыл башынан Асылыкүлдә шәмбе өмәләре үткәрелде. Унда Алға, Яңы Тормош, Ҡупаяр ауылдарынан, яуаплылығы сикләнгән «Йәшел яр» йәмғиәтенән ирекмәндәр, «Генераль таҙартыу» милли фонды проекты активистары һәм уның етәксеһе Морат Шафиҡов ҡатнашты. Балыҡсылар ҙур теләк менән ҡатнашҡан «Балыҡтарҙы ҡотҡарайыҡ» экология акцияһы үткәрелде.
«Аслыкүл» тәбиғәт паркы – республиканың иң матур урындарының береһе. Тәбиғәтте зарарламайыҡ, тыуған еребеҙҙең тәбиғи байлығын һаҡлайыҡ, киләсәк быуындарға уны бар матурлығында һәм тулылығында тапшырайыҡ.
Парк территорияһында һаҡ режимы урынлаштырылған, уны боҙоу административ яуаплылыҡҡа килтерә.