-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Март 2019, 17:07

Ҙур ғаиләнең оло шатлығы

Вячеслав Михайлович һәм Светлана Алексеевна Шабалиндар ғаиләһендә унынсы бала тыуыуы туғандарына ғына түгел, яҡындарына ла ҙур ҡыуаныс.

Вячеслав Михайлович һәм Светлана Алексеевна Шабалиндар ғаиләһендә унынсы бала тыуыуы туғандарына ғына түгел, яҡындарына ла ҙур ҡыуаныс. Күп балалы әсәнең Устина исемле ҡыҙы тыуыуы менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡотланы. Шулай уҡ Дәүләкән ҡалаһында ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырманылар. ЗАГС бүлегендә тантаналы шарттарҙа сабыйға тыуыу тураһында таныҡлыҡ, ҡотлау хаты һәм иҫтәлекле бүләктәр, Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәновтан сәскә гөлләмәһе тапшырылды. Ирле-ҡатынлы райондың почетлы ата-әсәләр китабына ҡул ҡуйҙы.
Хәҙер Шабалиндар ғаиләһендә ҡыҙҙар һәм малайҙар бер тигеҙ. Өлкән Даниилға ун ете йәш, ул Екатеринбург тимер юл техникумы студенты, ҡыҙҙары Варя һәм улдары Арсений – мәктәп уҡыусылары, Пелагея быйыл беренсе класта уҡый, ә Василиса балалар баҡсаһының өлкән төркөмөнә йөрөй, киләһе уҡыу йылында беренсе класҡа барасаҡ. Бер- бер артлы донъяға килгән Ярослав менән Ульяна балалар баҡсаһына йөрөй, ә өс йәшлек Тимофей һәм бәләкәй Савелий өйҙә.
Ҙур ғаиләлә мәшәҡәттәр күп, шатлыҡлы ваҡиғалар ҙа етерлек. ярҙам күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ, тыуған көндәр генә йылына ун ике, һәр айға тура килә.
Балалар спорт һәм бейеү менән шөғөлләнәләр, хужалыҡ эштәрендә ярҙам итәләр. Малайҙар аталары менән төҙөлөш серҙәренә төшөнә.
Шабалиндар ғаиләһе дөйөм эш менән шөғөлләнә - мохтаждарға ярҙам итеү маҡсатында «Ҡайнар йөрәктәр йылыһы» тигән исем аҫтында кейем-һалым склады булдырғандар, кемгә хәйриә ярҙамы кәрәк, тап уларға мөрәжәғәт итә ала.
- Балаларыбыҙҙың изге күңелле булып үҫеүен, кешеләр ярҙам итеүҙәрен теләйбеҙ, - ти Вячеслав һәм Светлана, - кешенең ҡайғыһын уртаҡлаша белһендәр, һәр ваҡыт ярҙамға әҙер булһындар. Һәр ҡайһыһы тормошта дөрөҫ юл тапһын. Ә беҙҙең бурыс - уларға ярҙам итергә.
Һәр ғаиләлә, бигерәк тә күп балалы ғаиләлә, иң мөһиме – яҡындарыңдың һөйөүен, ышаныслы терәк-таяныс булыуын тойоу. Шул саҡта йәшәүе лә күңелле.
Читайте нас: