-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Март 2019, 16:57

Йәгеҙ әле, килендәр!

Был конкурс Дүртөйлө ауылында күптән йолаға әйләнгән. Бына быйыл да ауыл клубына Дүртөйлө, Көрмәнкәй һәм Аҡҡолай ауылдарынан килендәр конкурсҡа йыйылды.

Был конкурс Дүртөйлө ауылында күптән йолаға әйләнгән. Бына быйыл да ауыл клубына Дүртөйлө, Көрмәнкәй һәм Аҡҡолай ауылдарынан килендәр конкурсҡа йыйылды.
Тәүге һынау «Визитка» тип аталды. Һәр команда үҙҙәре менән таныштырҙы, девизын әйтте, йырҙар йырланы. Конкурс барышында ҡатнашыусыларға үҙҙәренең уңғанлығын, етеҙлеген күрһәтергә кәрәк ине.
Башта конкурсанттар самауыр ҡайнатты. «Гөлнәзирә» командаһынан Рәзилә Мөхәмәтгәрәеваның самауыры тиҙ арала ҡайнап сыҡты. Артабан туҡмас киҫеү ярышы иғлан ителде. «Гөлнәзирә» командаһынан Зәйтүнә Ноғоманова үҙенең етеҙлеген күрһәтеп, еңеүсе булды. «Әйләнә орсоҡ, әйләнә» конкурсында Филзә Аҡберова (Дүртөйлө), Фәймә Солтанова (Көрмәнкәй) һәм Венера Әхмәҙиева (Аҡҡолай) берәүгә лә һыр бирергә теләмәне.
Аш- һыу бәйгеһендә милли ризыҡтар әҙерләп алып килеп, уны бешереү серҙәре менән бүлештеләр. Тәғәйен ваҡытта жюри алдына төрлө турамалар теҙелде. Әлфинә Байбулатова (Дүртөйлө), Гөлсинә Сафина (Аҡҡолай), Гөлдәр Ғәлиәхмәтова (Көрмәнкәй) тәмле итеп салат эшләне.
Йомаҡтар сисеү, мәҡәлдәр әйтеү, көйҙө таныу, ҡалаҡлап һыу ташыу кеүек ярыштар бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды. Сираттағы конкурсҡа әҙерләнгән арала концерт номерҙары күрһәтелде. Тамашасылар «Гөлнәзирә» командаһының, Фирҙәүсә Әхмәтйәнова һәм Фәрзәнә Тугашеваның (Аҡҡолай) йырҙарын йылы ҡабул итте, «Көрмәнкәйҙәр» командаһынан Гөлшат Хөснөтдинова һәм Рима Рәхимованың Театр йылына арнап күрһәткән интермедияһын алҡыштарға күмде.
Конкурс матур үтте. Кисәне музыкаль яҡтан биҙәүсе баянсы Ихсан Мөхәрәмовҡа, сараны үткәреүҙә бағыусыҡ ярҙамы күрһәткән Йәмил Арыҫлановҡа һәм Хәлил Ғәбделмәновҡа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Жюриға еңеүсене билдәләүе еңел түгел инее. Әммә ярыш-ярыш инде. Шулай итеп, I урынды «Гөлнәзирә» командаһы алды, ә II урынды көрмәнкәйҙәр менән аҡҡолайҙар бүлеште.
Читайте нас: