+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Март 2019, 14:36

Иғтибар үҙәгендә – ташҡын һәм янғынға ҡаршы иҫкәртеү эштәре

Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса һәм райондың ташҡынға ҡаршы комиссияһының ултырышы үтте.

Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса һәм райондың ташҡынға ҡаршы комиссияһының ултырышы үтте.
Көн тәртибендә түбәндәге мәсьәләләр ҡаралды:
2019 йылғы яҙғы ташҡынды хәүефһеҙ үткәреү саралары тураһында.
Янғындарҙы иҫкәртеүгәһәм кешеләрҙең үлеменә юл ҡуймауға йүнәлтелгән янғын хәүефһеҙлеге буйынса өҫтәмә саралар комплексы ҡабул итеү тураһында.
Ултырышты Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия рәйесе А.Ә. Шәйҙуллин башлап ебәрҙе. Ул үҙ сығышында ҡатнашыусыларға ташҡын ваҡытында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар күрергә кәрәклеге тураһында һөйләне.
Уның мәғлүмәттәрен тыңлағандан һуң һәм комиссия ағзалары индергән тәҡдимдәрҙе ҡарағас, комиссия түбәндәгеләрҙе ҡарар итте:
2019 йылғы яҙғы ташҡын осоронда яуаплы хеҙмәткәрҙәр һәм авария-ҡотҡарыу бригадаларының дежур итеү графигын раќларға.
2019 йылғы яҙғы ташҡынды үткәреү буйынса Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы тарафынан 2019 йылдың 7 мартында раҫланған 203-сө ҡарарына ярашлы саралар планын үтәй башларға.
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында ҡала һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәренә юлдарҙы, ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыу өсөн яуаплы булған, юлдарҙың һәм торлаҡ йорттарҙың торошон күҙәтеүҙә тотҡан ойошмаларҙың, идара итеүсе компанияларҙың эшен контролгә алырға тәҡдим ителде.
Ҡотҡарыу хеҙмәттәре етәкселәренә ташҡын ваҡытында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү өсөн территориаль звеноларҙың составын һәм көстәрен йәлеп итеү тәртибен билдәләргә.
Көн тәртибендәге икенсе мәсьәлә буйынса Күҙәтеү эшмәкәрлегенең Дәүләкән районындағы бүлеге начальнигы урынбаҫары, эске хеҙмәт майоры Д.И. Карпов сығыш яһаны.
Уның докладын тыңлағандан һуң комиссия түбәндәгеләрҙе ҡарар итте:
граждандар сходтары үткәрергә, улар барышында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен, ҡоролоҡ шарттарында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтергә, балаларҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәрәклеген билдәләне, шул иҫәптән торлаҡ йорттарҙы автономлы янғынға ҡаршы ҡорамалландырырға тәҡдим ителде.
Һыу баҫыу ихтимал булған зонала йәшәүсе халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу көн тәртибендәге иң мөһим мәсьәлә булды. Был эш өсөн яуаплы кешеләрҙең ҡалала, шулай уҡ ауылдарҙа өй беренсә йөрөгәндә йорт хужаларына ташҡын хаҡында иҫкәрткән һәм үҙеңде дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләре яҙылған памяткалар таратыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Яҙғы-йәйге осорҙа янғын ҡаршы тороуға әҙерлек сиктәрендә юлдарҙы төҙөкләндереү һәм элемтә менән тәьмин итеү сараларын күрергә.
Урмандарҙа һәм торфлы урындарҙа янғын сыҡҡан осраҡта ут биналарға, ҡоролмаларға күсеп китмәһен өсөн урман һыҙаттарына яҡын урынлашҡан тораҡ пункттарҙа йәшәүселәргә саралар планын үтәргә (янғынға ҡаршы һыҙаттар булдырырға, ағастар ултыртырға, ҡороған үләндәрҙе таҙартырға).
Хужаһыҙ ҡаралтыларҙы һүтергә.
Халыҡ йәшәгән пункттар һәм урман һыҙаттары араһында хужалыҡ ҡаралтыларын төҙөүҙе, яғыулыҡ материалдарын янғын хәүефе булған урындарҙа урынлаштырыуҙы контролдә тоторға.
Сүп-сарҙы һәм ҡороған үләнде тейеш булмаған урындарҙа, халыҡ йәшәгән пункттарға яҡын яндырыуҙы тыйырға.
Ер участкаларын, баҡсаларҙы һәм дачаларҙы сүп-сарҙан таҙартырға, үләнде сабырға, ҡый үләндәренең үҫеүенә юл ҡуймаҫҡа.
Башҡортостан Республикаһының 2017 йылдың 4 апрелендәге ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ултырышта раҫланған 8-се протоколындағы күрһәтмәләргә ярашлы, урман һыҙаттарына яҡын урынлашҡан халыҡ йәшәгән пункттарҙа ут сығып киткән осраҡта, тиҙ арала һүндереү сараһын күрергә, уның халыҡ йәшәгән пункттарға, урмандарға күсеүенә юл ҡуймаҫ өсөн дежур төркөмдәр ойошторорға.
Читайте нас: