+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Март 2019, 16:15

Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар!

Һәр кемдең мутлашыусылар тоҙағына эләгеүе бар. Был осраҡта кешенең белеме лә, социаль статусы ла әһәмиәткә эйә түгел.

Һәр кемдең мутлашыусылар тоҙағына эләгеүе бар. Был осраҡта кешенең белеме лә, социаль статусы ла әһәмиәткә эйә түгел.
Телефон аша мутлашыуҙың ҡорбандары булып ышаныусан граждандар тора, улар тәжрибәле алдаусы менән аралашыуҙарын баштарына ла килтермәй.
Хәҙерге ваҡытта телефон номерын теркәү ҡатмарлы эш түгел, шул ваҡытта мутлашыусылар өсөн шылтыратыу түләүле буласаҡ. Кешегә билдәһеҙ номерҙан шылтыраталар, абонент трубканы алып өлгөргәнсе бәйләнеш өҙөлә. Ул ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай үҙе уға шылтырата, ә уға автомат яуап бирә, йә иһә оҙон гудоктар ғына ишетелә. Шылтыратыу барған арала аҡсаһының мутлашыусы иҫәбенә күсеүен ябай кеше аңламай ҙа ҡала. Шуның өсөн билдәһеҙ абонент шылтыратҡан хәлдә уяу булырға кәрәк.
Мутлашыусыларға ҙур булмаған суммаға киң халыҡ массаһы менән эш итеүе файҙалыраҡ. Бының маҡсаты шунда, һеҙгә лотереяға ҙур сумма аҡса, курортҡа юллама йә иһә машина һәм башҡа нәмә отоуығыҙ тураһында СМС-хәбәр килә. Призды нисек алыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн улар СМС йә иһә күрһәтелгән иҫәпкә бер ни тиклем күләмдә аҡса ебәреүегеҙҙе һорай. Шундай бер белдереүҙән 50 һумдан 500 һумғаса аҡса мутлашыусы ҡулына эләгә. Шулай итеп, күп кеше менән эшләп, улар ҙур күләмдә аҡса йыя.
Кеҫә телефондары барлыҡҡа килеү менән, СМС-хәбәрҙәргә бәйле телефон аша мутлашыу киң таралды. Унда: «Сәләм. Был Паша, миңә тиҙ арала телефонға 1000 һум аҡса һал әле» кеүегерәк белдереү килә. Үтенес дуҫығыҙҙан йә иһә туғандарығыҙҙан килгән кеүек күренә. Һеҙ кәрәкле сумманы күсереү өсөн банкоматҡа йүгерәһегеҙ. Әммә аҡса танышығыҙға түгел мутлашыусыға эләгә. Шуның өсөн бындай белдереүҙәргә ҡарата һаҡ булырға, ҡабатлап шылтыратырға ярамай.
Телефон аша мутлашыусылар абоненттың банктағы шәхси кабинетын ватыу һәм аҡсаһын урлау маҡсатында уның тураһында мәғлүмәт алырға тырыша. Түләнмәгән кредитығыҙ барлығы һәм һеҙгә тиҙ рәүештә күрһәтелгән телефон буйынса банк хеҙмәткәренә шылтыратырға кәрәклеге тураһында СМС килә. Кредитығыҙ булмаған хәлдә лә һеҙ шылтыратаһығыҙ һәм бәйләнештең теге яғында мутлашыусы ултырыуын башығыҙға ла килтермәйенсә, уның бөтөн һорауҙарына яуап бирәһегеҙ. Бындай осраҡтарҙа банктың рәсми сайтында күрһәтелгән телефон аша ғына банк хеҙмәткәре менән аралашырға кәрәк.
«СМС-хәбәрҙән баш тартырға» тип яҙылған белдереү килгән осраҡта күптәр уны ғәҙәти эш тип ҡабул итә. Ҡарарығыҙҙы раҫлауҙы белдереп кире СМС ебәреүегеҙҙе үтенәләр. Һөҙөмтәлә, һеҙ үҙ иҫәбегеҙҙән 300-ҙән 800 һумға тиклем аҡса юғалтаһығыҙ, сөнки был СМС түләүле, һәм ул тариф буйынса түгел.
Мутлашыуҙың тағы бер төрө бар. Тәүҙә һеҙҙең иҫәбегеҙгә билдәле күләмдә аҡса күсерелеү тураһында СМС-хәбәр килә. Был, иҫәпкә аҡса һалыу тураһындағы ғәҙәттәге белдереү кеүек күренә, әммә ул мутлашыусы тарафынан ебәрелгән булыуы ихтимал, һәм ул оҙаҡ көттөрмәй үҙ иҫәбенә аҡса ебәреүҙе һораясаҡ.
Балансты тикшереп тороу ҙа мутлашыусыларҙы асыҡларға һәр саҡ ярҙам итмәй. Әгәр аҡса банк аша күсерелгән булһа, улар аҡсаны кире ҡайтарып, уны күсереү хеҙмәтенән баш тартырға мөмкин.
Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн уяу булырға, үҙең тураһындағы шәхси мәғлүмәттәрҙе, банк картаһының номерын, СМСтағы кодтарҙы бер ваҡытта ла, бер кемгә лә ебәрмәҫкә кәрәк.
Хәҙерге көндә «Онлайн-һатып алыуҙар» киң танылыу алған. Әгәр, тауар реклама сайттары аша алына икән, мутлашыусылар тауар һатыу-һатып алыуҙың тиҙ башҡарылыуы менән йәлеп итә. Шул ваҡытта улар аҡса күсереү мөмкинлеге барлығын тикшереү өсөн ҡаза күреүсенән банк картаһының номерын, ә иң мөһиме CVV2, CVC2 йә иһә CID кодтарын (картаның икенсе яғындағы өс һан), картаның срогы сығыу датаһын, артабан «900» сервис номеры аша килгән смс-хәбәрҙәге паролде һорайҙар. Йыш ҡына мутлашыусылар граждандың аҡсалары тураһында мәғлүмәт алып, уның аҡсаһын «Мобиль банк» хеҙмәте аша ла күсереүгә өлгәшә.
АВИТОла арзан ғына хаҡҡа автотранспорт, мототехника һатыу, уны башҡа кешеләр алып өлгөрмәһен өсөн электрон иҫәпкә аҡса күсереү кәрәклеге хаҡында иғлан күрһәгеҙ, ышанмағыҙ. Был алдаҡ! Тейешле сумманы күсереү менән «һатыусы» телефонын һүндерәсәк, ә һеҙ аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡағасаҡһығыҙ.
Телефонығыҙға банк картағыҙҙың ябылыуы, уны яңынан асыу өсөн күрһәтелгән номерға шылтыратырға кәрәклеге хаҡында СМС-хәбәр алдығыҙ ти. Был да ялған хәбәр! Банк карталарын ундай юл менән япмайҙар.
Читайте нас: