+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Март 2019, 17:15

Республиканың баш ҡалаһында юбилей саралары

23 мартта Өфө ҡалаһында 2019 йылдың мөһим ваҡиғаһы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһының юбилей тантанаһы уҙҙы.

23 мартта Өфө ҡалаһында 2019 йылдың мөһим ваҡиғаһы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһының юбилей тантанаһы уҙҙы. Республикабыҙҙың хеҙмәт алдынғылары, абруйлы шәхестәр, депутаттар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре – һәммәһе лә саҡырылғайны был сараға. Улар оҙаҡ йылдар бергә ҡулға-ҡул тотоношоп, Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси, иҡтисади үҫеше өсөн күпте эшләгән кешеләр. Сараға төрлө милләт вәкилдәре саҡырылғайны. Уларҙың да һәр ҡайһыһы төбәк халҡына ихлас теләктәрен еткерергә ашыҡты.
Юбилей айҡанлы уҙғарылған тантаналы йыйылышта тәбрикләү һүҙе менән Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров сығыш яһаны. Игорь Комаров ил Президенты Владимир Путиндың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.
– Башҡортостандың бер быуатлыҡ оло юбилейы бөтә ил өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Нәҡ ошондай федератив ҡоролош илебеҙҙең ныҡлы нигеҙен тәьмин итә, үҙ-ара татыулыҡты, именлекте тотороҡло һаҡлауға булышлыҡ ҡыла, – тине Валентина Ивановна.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тантаналы йыйылыштағы сығышында бер быуатлыҡ тарихҡа ҡыҫҡаса байҡау яһап, төбәгебеҙҙең илдәге тәүге автономиялы республика, элек-электән дәүләттең ныҡлы терәктәренең береһе булыуын билдәләне.
– Иң мөһиме – республикабыҙ йәмле, уңайлы булһын, халҡыбыҙ Башҡортостанда ғүмер иткәне менән ғорурланһын. Беҙгә республиканың икенсе йөҙ йыллығының тәүге биттәрен яҙыу бәхете тейҙе. Уға башыбыҙҙы ғорур күтәреп, таҙа күңел, изге уй-теләктәр менән аяҡ баҫабыҙ. – тип тамамланы һүҙен Радий Фәрит улы.
Бай мәҙәниәте һәм сәнғәте менән дан тотҡан республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған концерт бик көслө, сағыу, тулҡынландырғыс сығыштарҙан торҙо. Унда һәүәҫкәр артистарҙан башлап бар донъяла танылыу яулаған бихисап сәхнә оҫтаһы ҡатнашты.
Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған сараларҙа Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов етәкселегендәге делегация ҡатнашты. Байрам концертында район Мәҙәниәт йортоноң башҡорт фольклор коллективы халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, республика конкурстары һәм фестивалдәре лауреаты “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө менән берлектә сығыш яһаны.
Читайте нас: