+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Март 2019, 17:27

Ташҡынға әҙербеҙ

23 мартта ҡаланың үҙәк майҙанында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан территориаль подсистемаһы Дәүләкән звеноһы ҡотҡарыу хеҙмәттәренең составын, ҡораммаландырыу кимәлен тикшереү буйынса смотр үткәрелде.

23 мартта ҡаланың үҙәк майҙанында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан территориаль подсистемаһы Дәүләкән звеноһы ҡотҡарыу хеҙмәттәренең составын, ҡораммаландырыу кимәлен тикшереү буйынса смотр үткәрелде.
Был смотр йыл һайын көндәр йылыныу менән ҡарҙың күпләп иреүе алдынан, ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуыу ихтималлығы булған осорҙа үткәрелә.
Муниципаль район хакимиәте ҡарары менән булдырылған ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан территориаль подсистемаһы Дәүләкән районы муниципаль районының территориаль звеноһы Дәүләкән районы муниципаль районы территорияһында халыҡты тәбиғәт, техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау өлкәһенә ингән мәсьәләләрҙе хәл итергә тейешле идаралыҡтар органдарын, башҡарма власть һәм башҡа ойошмаларҙы берләштерә. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған зонала авария-ҡотҡарыу һәм тиҙ арала башҡарыуҙы талап иткән эштәрҙе үтәү өсөн кәрәкле махсус техника, ҡорал, кәрәк-яраҡ, инструменттар, материалдар менән йыһазландырылған авария-ҡотҡарыу хеҙмәте һәм авария-ҡотҡарыу формированиелары территориаль звеноның әҙерлегенең нигеҙе булып тора.
Был көндө смотрға 117-се янғын һағы, район үҙәк дауаханаһы, «Йылылыҡ селтәрҙәре», юл төҙөү-ремонтлау идаралығы, «ГорКомСервис» муниципаль унитар предприятиеһы, «Газпром газораспределение Уфа» акционерҙар йәмғиәте Бәләбәй ҡалаһы филиалының Дәүләкәндәге комплекслы хеҙмәте, яуаплылыҡтары сикләнгән «Дәүләкән селтәрҙәр компанияһы», «Баш РЭС» йәмғиәттәре, көнбайыш зоналағы гидротехник ҡоролмалар бүлеге, РФ Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса бүлексәһе, ЮХХДИ, Дәүләкән ҡала-район ветеринария станцияһы үҙҙәренең махсус техникаһын, йөҙөү сараларын һәм ҡорамалдарын тәҡдим итте.
Үҙәк майҙанда хәрәкәт итеү пункты, энергетик ҡорамалдар, медицина пункты, ғәҙәттән тыш хәлдәр зонаһында эшләү өсөн кәрәкле элементтар урынлаштырылғайны. Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов смотрҙың әҙерлеген тикшерҙе.
Смотр сиктәрендә район Мәҙәниәт йортоноң бәләкәй залында район-ара кәңәшмә үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы Гидротехник сараларҙы эксплуатациялау буйынса идаралығы баш инженеры С.А. Юнысов, авария-ҡотҡарыу хеҙмәте вәкилдәре, Дәүләкән районы ауыл биләмәһе башлыҡтары, шулай уҡ Әлшәй районының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре ҡатнашты.
Көндөң икенсе яртыһында «Уртатау» һыуһаҡлағыс базаһында көнбайыш зона буйынса гидротехник ҡоролмалар бүлеге тарафынан ойошторолған күнекмәләр үткәрелде, унда ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта эш итеү алымдары күрһәтелде.
Читайте нас: