+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Март 2019, 17:30

Яҙҙың беренсе көндәренән – шәмбе өмәһенә!

Ҡыш тамамланды. Яҙ етте. Яҙғы саф һауаны һулап туймаҫлыҡ. Әммә ҡар иреү менән етешһеҙлектәр ҙә күҙгә күренә бара.Бына кирбес заводы районындағы туҡталҡаларҙың береһе.

Ҡыш тамамланды. Яҙ етте. Яҙғы саф һауаны һулап туймаҫлыҡ.
Әммә ҡар иреү менән етешһеҙлектәр ҙә күҙгә күренә бара.
Бына кирбес заводы районындағы туҡталҡаларҙың береһе. Коммуналь хеҙмәттәр үҙ ваҡытында һәр туҡталҡа эргәһенә сүп-сар өсөн урналар урынлаштырыуҙы хәстәрләүгә ҡарамаҫтан, унда сүп-сар өйөмө: буш шешәләр, тәмәке төпсөктәре, төрлө ҡағыҙ киҫәктәре.
Йорттар эргәһендә йыйыштырылмаған төҙөлөш материалдары, былтырғынан ҡалған үлән, балсыҡ һәм башҡа сүп-сар. Ирекһеҙҙән, бер нисә метр үтеп, шул сүп-сарҙы махсус һауыттарға илтеп һалыуы ҡыйынмы икән ни тигән һорау тыуа. Әлеге ваҡытта Дәүләкән ҡалаһы һәм районында «сүп-сар реформаһы» оператив эшләй.
«Был беҙҙең эш түгел, сәбәп ваҡыт етмәүҙәлер, көндәр һалҡын тора.... » кеүек төрлө сәбәптәр эҙләргә булалыр, әммә беҙҙе уратып алған донъя – ул беҙҙең күңелебеҙ сағылышы. Һәр беребеҙ эште бик аҙҙан, сүпте сүп һауытына һалыуҙан, яратҡан этеңдең тиҙәктәрен а таҙартыуҙан, ихатаң эргәһендәге ҡый үләндәрен йолҡоуҙан башлаһа, был ҡала һәм районды төҙөкләндереүҙә тәүге аҙым булыр ине.
Мәҫәлән, ҡала һәм райондың ҡайһы бер коллективтары тиҙерәк иреһен өсөн ҡар ҡатламдарын таҙартҡан, бер үк ваҡытта ел осорған сүп-сарҙы һәм һынған ағас ботаҡтарын йыйыштырған. Бындай урындарҙа йәш үлән шытып сыға башлаған да инде. Уларҙан өлгө алырға кәрәк.
Дөйөм шәмбе өмәләренә тиклем ваҡыт бар әле, әммә һәр кем бөгөн үҙенең йорт алдын, урамдарҙы, предприятиелар, учреждениелар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, магазиндар территорияларын йыйыштыра башлаһа, һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәҫ.
Читайте нас: