+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Апрель 2019, 17:30

Әҙәбиәт һәм театр - айырылғыһыҙ

Йыл һайын 2 апрелдә, Данияның бөйөк әкиәтсеһе Ганс Христиан Андерсендың тыуған көнөндә Халыҡ-ара балалар китабы көнө билдәләнә. Ул 1967 йылда балалар китабы буйынса Халыҡ-ара совет ҡарары менән булдырыла.

Балалар ҡатнашлығында ҡурсаҡ театры  һоҡланғыс булды!
Балалар ҡатнашлығында ҡурсаҡ театры һоҡланғыс булды!
Йыл һайын 2 апрелдә, Данияның бөйөк әкиәтсеһе Ганс Христиан Андерсендың тыуған көнөндә Халыҡ-ара балалар китабы көнө билдәләнә. Ул 1967 йылда балалар китабы буйынса Халыҡ-ара совет ҡарары менән булдырыла.
Бала тормошонда әҙәбиәттең роле ҙур. Яҡшы китап ваҡыт, милли һәм башҡа сикләүҙәрҙән тыш «йәшәй». Был геройҙары шәхесте формалаштырыуҙа ныҡлы рухи һәм интеллектуаль фундамент булдырыуҙа ярҙам итеүсе тылсымлы, сәйер һәм ҡыҙыҡлы донъяға тәҙрә. Китап уҡыу яҡшыны ямандан айырырға, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам нисек була икәнен төшөнөргә булышлыҡ итә. Яҙғы каникулда Үҙәк балалар китапханаһында Балалар китабы аҙналығы йәнле үтте.
Балалар китабы аҙналығы китапхана хеҙмәткәрҙәре яратып үткәргән сараларҙың береһе, ул йыл һайын төрлөсә үтә.
Быйыл программа балалар буш ваҡыттарын китапханала үткәрерлек итеп төҙөлдө. Улар унда уҡый, мультфильмдар ҡарай, Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына, Мостай Кәримдең 100 йәше тулыуға һәм башҡа иҫтәлекле даталарға арналған мауыҡтырғыс сараларға йөрөй алды.
Ҡала балалар китапханаһында ошо көндәрҙә 100-ҙән ашыу бала булды.
Йәш китап уҡыусыларҙы яратҡан әҙәбиәт геройҙары менән осрашыуҙар, китапхананың абруйын күтәреүгә һәм уҡыусылар һанын арттырыуға ҡоролған уйындар, конкурстар, викториналар көттө.
«Мөғжизәле театр донъяһы» тип аталған театрлаштырылған сәйәхәт уҡыусыларҙа юйылмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. 3-сө башҡорт-гимназияһының 3 Б класы уҡыусылары тамашасы булып ҡына ҡалманы, үҙҙәре лә әүҙем ҡатнашты. Сара барышында балалар «Шалҡан» әкиәтендә ролдәрҙе башҡарыу өсөн актерҙарҙы класташтары араһынан үҙҙәре һайланы, «Кот в сапогах» спектаклен ҡараны. Улар төрлө уйындарҙа ҡатнашты, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, йәнһүрәттәрҙең исемдәрен атаны.
Залда әҙәби әҫәрҙәр, «Башҡортостан – минең тыуған илем», «Ата-бабалар ерендә», «Йөрәккә яҡын ҡала», «Китап аҙналығы» һәм башҡа стендтар менән танышырға мөмкин булды.
«Мостай Кәрим илендә» әҙәби сәйәхәтендә 3-сө башҡорт-гимназияһының 1 Б класс уҡыусылары яҙыусының биографияһы, республикаға һәм унда йәшәүселәргә изгелек, намыҫ, һөйөү тәрбиәләгән әҫәрҙәре менән танышты. Ә
«Беҙҙең өйҙөң йәме» повесынан дуҫлыҡҡа, тиңһеҙ батырлыҡҡа, балалар яҙмышына арналған видеопрезентация айырыуса ҡыҙыҡлы булды.
Сара бөйөк шәхестең шиғырҙарын уҡыу менән тамамланды.
Читайте нас: