+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Апрель 2019, 17:56

Кескәйҙәр өсөн байрам

Үткән аҙнала ошондай сағыу исем аҫтында район Мәҙәниәт йортоноң ҙур залында байрам үтте.

Үткән аҙнала ошондай сағыу исем аҫтында район Мәҙәниәт йортоноң ҙур залында байрам үтте.
Был конкурс Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналды, ҡала һәм райондың мәктәптәренән һәм балалар баҡсаларынан биш йәштән ун йәшкә тиклемге 16 ҡыҙ ысын принцесса исеме өсөн көрәште. Конкурсты Дәүләкән районы муниципаль районының мәҙәниәт һәм мәғариф идаралығы ойошторҙо.
Конкурс башланыр алдынан залда йәнлелек һиҙелде, кескәй ҡатнашыусылар тирә- яҡҡа нур һипте, ата-әсәләре иһә тулҡынланыу кисерҙе.
Бына сәхнәгә бер-бер артлы Дарья Котова (7-се «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы), Дилә Фазылова (7-се «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы), Динара Сәғәҙәткирәева (Ҡоръятмаҫ ауылы), Динә Фазуллина (11-се «Дюймовочка» балалар баҡсаһы), Дарья Сальникова (4-се «Колосок» балалар баҡсаһы), Рада Ғәниева (Сергиополь ауылының «Ҡыңғырау» балалар баҡсаһы), София Шаманова (Сергиополь ауылының «Ҡыңғырау» балалар баҡсаһы), Есения Лешенко («Малышка» балалар баҡсаһы), Розалина Ғәббәсова (12-се «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһы), Елизаветта Кацук (6-сы «Теремок» балалар баҡсаһы), Самира Тәүхетдинова (8-се «Ладушки» балалар баҡсаһы), Виктория Хәзиәхмәтова ( 3-сө башҡорт гимназия-интернаты), Камилла Глазкова (Романовка ауылы мәктәбе уҡыусыһы), Влада Малкина (Романовка ауылы мәктәбе), Яна Ғәитова (1-се урта мәктәп) күтәрелде.
Ысын принцесса мсемен яулау еңел түгел, бының өсөн ижади һынауҙар үтергә кәрәк һәм маҡтаулы исемгә лайыҡ булырға кәрәк. Конкурс сценарийы буйынса башта үҙең менән таныштырырға, ижади конкурста һәләттәреңде күрһәтергә һәм төрлө һынауҙар үтергә кәрәк ине.
Бәләкәс ҡатнашыусылар йырланы, бейене, шиғыр һөйләне, матур күлдәктәре менән сәхнә буйлап үтте, ата-әсәләрен һәм тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Көйәрмәндәр уларҙы ихлас алҡышланы, әсәләре ҡаушап ҡалған ҡыҙҙарын дәртләндереп ебәрҙе. Буласаҡ принцесса исеме өсөн көрәшкән ҡыҙҙар үҙ сығыштарын түҙемһеҙлек менән көтөп алды, был конкурсты тағы ла сағыуыраҡ итте.
Баһалама ағзаларына билдәләр ҡуйыу еңелдән булманы, кемдер үҙенсәлекле сығышы, кемдер сағыу костюмдары менән үҙенә йәлеп итте, ә кемдер балалыҡ эскерһеҙлеге менән арбаны.
«Кескәй принцессалар балы -2019» район конкурсы еңеүсеһе исеменә һәм «Ысын принцесса» титулына 6-сы «Теремок» балалар баҡсаһынан Елизавета Кацук лайыҡ булды. Барлыҡ ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды. Был конкурс беҙҙең ҡаланың мәҙәниәт донъяһында сағыу күренеш булды һәм артабан ул йыл да үткәрелер тип уйлайбыҙ.
Читайте нас: