-11 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
1 Апреля 2019, 17:47

Район башҡорттары ҡоролтайы

Район Мәҙәниәт йортонда Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау конференцияһы үтте.

Район Мәҙәниәт йортонда Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау конференцияһы үтте. Уның эшендә Дәүләкән районы муниципаль район Советы секретары Р.М. Әминова, шағирә, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Л.Х. Абдуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты етәксеһе З.З. Ишкин ҡатнашты.
Йыйылыусыларға сәләмләү һүҙҙәре менән Дәүләкән районы муниципаль район Советы секретары Р.М. Әминова мөрәжәғәт итте, делегаттарға әүҙем һәм һөҙөмтәле эш теләне.
Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе З.Н. Ғайсин ҡоролтайҙың һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Ул йәштәрҙе рухи-әхлаҡи тәрбиәләү, туған телде, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм йолаларын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында үткәрелгән сараларға туҡталды.
Үҫеп килеүсе быуында туған телгә һөйөү тәрбиәләү, уҡыусыларҙың төбәк, республика конкурстарында өлгәшкән уңыштары хаҡында лицей-интернат уҡытыусыһы Г.Б. Шәрипова һөйләне.
Ҡоролтай ҡунаҡтары – яҡташыбыҙ, шағирә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Л.Х. Абдуллина һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты етәксеһе З.З. Ишкин комитеттың киләсәккә пландары менән таныштырҙы. Республиканың 100 йыллығы айҡанлы Лариса Хашим ҡыҙы тарих төпкөлөнә бер аҙ байҡау яһаны.
Ҡырҡөйлө мең ырыуы башҡорттарының ҡор башы Ф.И. Хәлиуллин, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты Дәүләкән мәсетенең йәштәр эштәре бүлеге етәксеһе И.Ф. Әхмәтйәнов башҡарылған эштәре тураһында ентекле һөйләне.
Делегаттар юлдар төҙөү һәм ремонтлау, ер мәсьәләләре буйынса һорауҙар бирҙе, үҙ тәҡдимдәрен белдерҙе. Был тәҡдимдәрҙең барыһы ла резолюцияға индерелде.
Артабан район конференцияһында ҡатнашыусылар V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланы, ул 2019 йылдың 28-29 июнендә Өфө ҡалаһында үтәсәк.
Ҡоролтай эшендә әүҙем ҡатнашҡандары, республиканың төп халҡының телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ иткәндәре өсөн 3-сө башҡорт гимназия-интернаты директоры Р.С. Дәүләтоваға, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Г.М.Нәғимйәноваға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһы тапшырылды.
Конференцияла резолюция ҡабул ителде, шлуай уҡ башҡарма комитеттың яңы составы раҫланды. Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе итеп Ғарифулла Шәрифулла улы Ҡотлоғәлләмов һайланды.
Читайте нас в