+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Апрель 2019, 17:51

Ҡалабыҙҙы таҙа итәйек!

Ҡала урамдарында төҙөкләндереү эштәре тулы ҡеүәтенә бара. «Горкомсервис» муниципаль унитар предприятиеһы коллективы был көндәрҙә көҙҙән ҡойолған япраҡтарҙы, юл ситтәрен таҙарта.

Ҡала урамдарында төҙөкләндереү эштәре тулы ҡеүәтенә бара. «Горкомсервис» муниципаль унитар предприятиеһы коллективы был көндәрҙә көҙҙән ҡойолған япраҡтарҙы, юл ситтәрен таҙарта. Дәүләкән ҡалаһының визит карточкаһы булып торған кирбес заводы районына ингән юл тәртипкә килтерелде. Йәлеп ителгән кешеләр оператив һәм тырышып эшләне.
Ошо көндәрҙә ауыл эшсәндәренең, ҡала халҡының ихаталарҙы, ойошма һәм предприятиеларҙың тирә-яҡ территорияһын тәртипкә һалыу буйынса экология өмәләре башлана.
Шулай уҡ ҡала паркы, Дим, Мораҙым йылғалары ярҙары, шишмәләр һәм башҡа һыу объекттары хәстәрлек һәм иғтибар талап итә.
Иртәгә, 6 апрелдә, дөйөм район буйынса шәмбе өмәһе үтәсәк. Ҡар иреп бөтөү менән ҡыш буйы тупланған сүп-сар сыға. Алда ҙур эштәр көтә, таҙа, матур һәм ҡаралған ҡала урамдары, ауыл биләмәһе пункттары кешеләрҙең кесе тыуған иленә һөйөүен раҫлаясаҡ.
Читайте нас: