Моряк булырға хыялланмаған малай юҡтыр ул. Беҙ ҙә Буранғол ауылының бер төркөм малайҙары, үҙебеҙҙең хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырҙыҡ: клубта бәләкәй карап байрамы яһаныҡ.
Ауыл клубы мөдире Резеда апай беҙгә өйҙә караптар яһарға эш бирҙе. Кемдер ағастан, кемдер ҡағыҙҙан үҙенең бар фантазияһын егеп карап яһаған. Һәр кем тырышҡан. II синыф уҡыусыһы Данис Мырҙагәрәев иң беренсе яһалған елкәнле корабль һүрәтен төшөрөп килгән, уға Рәсәй флагын ҡуйырға ла онотмаған. Булат Минебаев байрамға шиғыр ятлап килгән, ул бик матур йырлай ҙа. Дуҫым Алмаз Минебаев менән өйҙә ағастан елкәнле кәмә яһаныҡ, уны һынап та ҡараныҡ.
Батманы беҙҙең елкәнле кәмә, һынауҙы үтте.
Клубта викторина һынауҙарына яуап биргәс, ҡағыҙҙан төрлө төҫтәге караптар яһаныҡ, уларҙы яҙғы гөрләүектә йөҙҙөрҙөк. Байрамыбыҙ бик күңелле үтте.