+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Апрель 2019, 18:00

Хөрмәткә лайыҡ кеше

11 апрелдә коллегам, талантлы музыкант Владимир Николаевич Захаровҡа 80 йәш тулыр ине. Беҙҙе уның менән оҙаҡ йылдар моң «бәйләне».

11 апрелдә коллегам, талантлы музыкант Владимир Николаевич Захаровҡа 80 йәш тулыр ине. Беҙҙе уның менән оҙаҡ йылдар моң «бәйләне».
Уҙған быуат аҙағы, ҡала паркында бейеү майҙансығы, ғәҙәти көндәрҙә йәштәр баян көйҙәре аҫтында бейей. Шунда мин уны беренсе тапҡыр күрҙем. Йәш, мөләйем егет бер кемгә лә иғтибар итмәй, кис буйы вальс, танго һәм фокстроттар уйнаны. Танышып киттек, ул Володя Захаров булып сыҡты. Ике генә йыл айырма менән Өфө сәнғәт училищеһында уҡыныҡ, ул “баян” класында, ә мин “дирижерлыҡ” бүлегендә. Уҡыу көндәре көсөргәнешле булғанға йыш күрешә алмаһаҡ та, яҡташым менән бергә уҡыуыма мин шатмын. Володя беҙҙең дөйөм ятаҡҡа ҡунаҡҡа килә ине, рәхәтләнеп ҡурылған картуф ашап, туйғансы һөйләшеп ултыра торғайныҡ.
1965 йылда мин Дәүләкән ҡалаһының сәнғәт мәктәбендә эшләй башланым, ә Владимир Николаевичтың ул ваҡытта үҙенең уҡыусылары бар ине инде. Музыкаға, йырға өйрәнергә теләгәндәр бик күп ине, улар араһында уҡыусылар ғына түгел, өлкәндәр ҙә бихисап булды.
1966 йылдан беҙҙең уртаҡ ижад юлы башланды, авторемонт заводында, 2-се урта мәктәптә һуңғараҡ Дәүләкән аяҡ кейемдәре фабрикаһында хор барлыҡҡа килде. Авторемонт заводы хорының һәм художество үҙешмәкәрлек коллективының ул даими аккомпаниаторы булды, оҙаҡ йылдар улар менән шөғөлләнде. АРЗ хорының халыҡ хоры исемен яулауында уның тырышлығы баһалап бөткөһөҙ.
Сәнғәт мәктәбендә аккордеон, скрипка, балалайка буйынса яңы бүлектәр барлыҡҡа килде, ләкин тынлы инструментта уйнаусы белгес юҡ ине. Владимир Николаевич был эшкә үҙе тәүәккәләп тотондо. Бер нисә баланы һайлап алып өйрәтә башланы. Тиҙҙән концерттарҙа тынлы оркестр сығыш яһай башланы.
В.Н. Захаров менән ҡала мәҙәниәт йортонда үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнашыусылар коллективы һәм сәнғәт мәктәбе ҡатын-ҡыҙҙарының вокаль төркөмөн ойошторорға, улар менән күп төрлө сараларҙа сығыш яһарға, ҡала предприятиеларында, колхоздарҙа, уңыш йыйыу осоронда баҫыуҙа, ырҙын табаҡтарында концерттар ҡуйырға тура килде. Владимир Николаевичтың музыкаль һәләтенә, хәтеренең яҡшы булыуына, юғары техника башҡарыуына һәр саҡ таң ҡала торғайным. Бигерәк тә уның рояль, скрипка, балалайка, баян һәм башҡа музыка ҡоралдарында оҫта уйнауы иҫтә ҡалған, шуның менән ул барыһының да күңелен күтәрә ине. Һәр көйҙө еңел итеп, дәртләнеп, һәр саҡ йылмайып башҡара торғайны.
Уҡыусылар киләләр ҙә китәләр. Кемдер музыка ҡоралын үҙе өсөн өйрәнә, ә иң һәләтлеләр оҫталығын камиллаштыра. Захаров үҙенең уҡыусылары менән ғорурланды, уларҙа үҙенең дауамын күрҙе. Күп уҡыусылары һөнәри ҡаҙаныштарға өлгәште. Улар Юрий Правиков, Юрий Грибков, Анатолий Колосков, Валерий Мережников, Юрий Амолькин. Концерттарҙа, фестивалдәрҙә улар уҡытыусылары менән бер рәттән сығыш яһаны. Владимир Николаевич уҡыусыларының уңыштарына ҡыуанды, улар өсөн көйәләнде. Уҡыусылары иһә остаздарын һәр саҡ ҡыуандырырға тырышты.
Музыка мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергән, юғары профессионализмы, музыкаға һөйөүе, өсөн В.Н. Захаров «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды. Коллегаларының иҫендә ул һәр ваҡыт күңелсәк, ғәҙел кеше, оло музыкант, барыһына ла илһам өләшеүсе кеше булараҡ һаҡлана.
Читайте нас: