Йыл һайын уҙғарылып килгән «Эко-бум-2019» экологик мода конкурсы үткән аҙнала район Мәҙәниәт йортоноң ҙур залында аншлаг менән үтте. Йолаға әйләнгән был сара ҡалабыҙҙың барлыҡ ижади потенциалын бергә йыя. Конкурстың ойоштороусылары- Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәтенең мәғариф идаралығы, Балалар ижады йорто, мәҙәниәт идаралығы.
Конкурстың маҡсаты – экология өлкәһендә төрлө ижади эшмәкәрлек алып барыу, икенсел сеймалдан декор әйберҙәр һәм кейем-һалым эшләү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу нигеҙендә балалар һәм өлкәндәр араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү.
Мәғариф учреждениелары тәрбиәләнеүселәре һәм педагогтары, ата-әсәләр төрлө костюмдар өҫтөндә эшләне. Вперед, Ҡоръятмаҫ, Имай-Ҡарамалы, Ҡаҙанғол, Яңы Йәнбәк, Суйынсы-Николаевка, Рассвет, Ивангород ауылдары мәктәптәре, 1-се урта мәктәп, 3-сө башҡорт гимназия-интернаты, 4-се лицей, 5-се гимназия, 7-се урта мәктәп, Балалар ижады йорто ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән эшләнгән кейем өлгөләре тәҡдим итте. Костюмдарҙың һәм коллекцияларҙың исемдәре - «Урман феялары», «Ҡурай таждары», «Экомодница», «Пастораль», «Һомай», «Көнбағыштар», «Робот», «Хыялымда йөрөткән модель » үҙҙәре үк үҙҙәре тураһында һөйләне. Улар барыһы ла «Авангард һәм креатив», «Этностиль», «Заманса күлдәк», «Илһам» номинацияларында күрһәтелде.
Был көндө район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә моделдәр үҙҙәре ижад иткән, сағыу төҫтәге, классик костюмдар, театрлаштырылған өҙөктәр ҡарарға мөмкин ине. Тәҡдим ителгән моделдәрҙең ҡайһы берҙәре үҙенең фантазияһы менән таң ҡалдырҙы. Ҡул аҫтында булған материалдарҙан, көнкүрештә беҙҙе уратып алған, файҙаланыуҙа булған, икенсел сеймалдан да шундай ғәжәйеп, һоҡландырғыс кейемдәр әҙерләп була икән. Бында төргәкләү ҡағыҙҙары һәм пленка, металл һәм пластик, реклама буклеттарыһәм ремонттан һуң ҡалған обойҙар ҡулланылған, ә конкурсанттар һәм уларҙың ярҙамсыларының, педагогтарҙың һәм ата-әсәләрҙең бай фантазияһы һәм оҫта ҡулдары уларҙы ысын сәнғәт әҫәренә әйләндергән. Ә сәхнә арты – ул айырым мөхит. Ҡатнашыусыларҙың сәхнәгә сығыр алдынан тулҡынланыуы, һәр нәмәгә иғтибар биреү, макияж, һәр аксессуар образ тыуҙырыу өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Мода күргәҙмәһендәге кеүек үҙ сығышыңды көтөп алыу, ижади тулҡынланыу атмосфераһы хөкөм һөрә.
Тамашасылар менән тулы зал тәҡдим ителгән костюм өлгөләрен һәм коллекцияларҙы ҙур алҡыштар менән сәләмләне. Экомоданың иң әүҙем фанаттары үҙ фавориттарының исемдәрен ижекләп яңғыратты.. Сара һуңында конкурста ҡатнашыусыларға һәм тамашасыларға Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Н.В. Кузовова мөрәжәғәт итте.
- Конкурстың маҡсаты – тирә-яҡ мөхитте һаҡлау. Бөгөн беҙ балаларҙың, педагогтарҙың һәм ата-әсәләрҙең фантазияһы һәм тырышлығы һөҙөмтәһендә ысын мода байрамын күрҙек, - тине Наталья Викторовна. Тәҡдим ителгән күп төрлө, сағыу моделдәр һәм коллекциялар араһынан абруйлы жюри ағзаларына иң-иңдәрҙе һайлауы еңелдән булманы. Конкурс йомғаҡтары буйынса «Авангард һәм креатив» номинацияһында - «Урман феялары» (Вперед мәктәбе, етәксеһе Г.У. Ноғоманова), «Пастораль» (1-се мәктәп, етәкселәре О.Н. Маркина, Е.Н. Агеева), «Балалар – тормош сәскәһе» (7-се урта мәктәп, етәксеһе Е.В. Заикина), «Щелкунчик» (7-се урта мәктәп, етәкселәре А.Л. Майорова, В.Н. Сердюкова), «Бумажные сны» (лицей-интернат, етәксеһе З.С. Теникеева), «Вернисаж» коллекциялары (Балалар ижады йорто, етәкселәре Л.П. Савченко, Н.В. Стрельцова), «Экостиль» номинацияһындағы «Һомай» коллекцияһы (3-сө башҡорт гимназия-интернаты, етәкселәре Г.Г. Гофман, Г.М. Петрова) беренсе урындарҙы яуланы. «Авангард һәм креатив» номинацияһында модель Виктория Стретинская «Королева новостей» костюмында (7-се урта мәктәп, етәксеһе С.В. Стрельцова) һәм Марина Кудряшова «Фруто Няня» костюмында (7-се урта мәктәп, етәксеһе Е.Н. Левина) беренсе урынды алды, «Илһам» номинацияһында моделдәр Полина Лебедь «Фея морского песка» костюмында (7-се урта мәктәп, етәксеһе Е.В. Дубинкина), Аделина Хәмитова «Урман сәскәләре» костюмында (лицей-интернат, етәкселәре Р.Р. Камалетдинова, Л.Х. Минебаева, Р.Р. Шафиҡова) беренсе урын яуланы. Икенсе, өсөнсө урындарҙы яулаусылар шулай уҡ конкурста ҡатнашыусы дипломдары менән билдәләнде.
Был мода күргәҙмәһе ысынында байрамға әйләнде, модалар баш ҡалаһы тип һаналған Парижға барыу ҙа кәрәкмәй ине, юғары моданы үҙебеҙҙә ҡарарға ла мөмкинлек булды.