0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Апрель 2019, 16:47

Булмышы - ерҙе һаҡлау

Мәкәш ауылында тыуып үҫкән Салауат Минебай улы Абзалов «Аслыкүл» дәүләт тәбиғәт паркы территорияһында урынлашҡан Өсән-Ивановка ботаника заказнигында егерь булып эшләй, ул кешеләргә, тыуған яғына файҙа килтереүсе ысын эш менән шөғөлләнә.

Мәкәш ауылында тыуып үҫкән Салауат Минебай улы Абзалов «Аслыкүл» дәүләт тәбиғәт паркы территорияһында урынлашҡан Өсән-Ивановка ботаника заказнигында егерь булып эшләй, ул кешеләргә, тыуған яғына файҙа килтереүсе ысын эш менән шөғөлләнә.
Ул бала саҡтан тәбиғәткә яҡыныраҡ булырға хыяллана, оҙаҡ итеп саңғыла йөрөгә ярата, ҡоштарҙы һәм йәнлектәрҙе күҙәтә, класташтары менән бергә питомникта йәш ағас үҫентеләрен тәрбиәләй. Мәктәпте тамалағас, Өфө урман хужалығы техникумының «Урман хужалығы» бүлегенә уҡырға инә, һунарсылыҡ, ағас үҫентеләрен тәрбиәләү һәм үҫтереү, хайуандар донъяһын һаҡлау менән ҡыҙыҡһына. Һуңынан, Дәүләкән урман хужалығында егерме йыл эшләй, әлеге көндә йыл ярымдан ашыу айырыуса һаҡланылғанған тәбиғәт территорияһында егерь вазифаһын башҡара.
Был бик тынғыһыҙ һәм мәшәҡәтле эш. Ботаника заказнигы территорияһы ун ике мең гектарҙан ашыу, яртыһынан күберәк майҙанды урман биләй, ҡалғаны болон һәм асыҡ участкалар. Бында һирәк осрай торған үҫемлектәр үҫә, уларҙың ҡайһы берҙәре юғалып бөтөү алдында, айырыуса һаҡсыл мөнәсәбәт талап итә.
- «Аслыкүл» тәбиғәт паркы заказнигы территорияһында һунар итеү, ағас ҡырҡыу, һайланғандан тыш санитария эштәре башҡарыу, шулай уҡ ер һөрөү, мал йөрөтөү, йорт хайуандары өсөн лагерь урынлаштырыу, экологияға зыян килтерерлек төрлө төҙөлөш, мелиорация һәм башҡа төрлө хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барыу, тыйыла, – тип һөйләй Салауат Абзалов. Был ерҙәр үҫемлектәр һәм урман йәнлектәре донъяһы. Кеше бында ҡунаҡ ҡына, шуның өсөн үҙен тота белергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны барыһы ла аңлам бөтмәй. Аҙаҡҡы ярты йыл эсендә, заказник хеҙмәткәрҙәре браконьерлыҡ буйынса алты енәйәт эше ҡуҙғатты, ун тәбиғәтте һаҡлау зонаһын боҙоу теркәлгән. Кешеләр мышы, ҡоралай, ҡабандарҙы үлтерә, ау менән балыҡ тота, тәбиғәткә зыян килтерә. Бындай хоҡуҡ боҙоуҙарға штрафтар күләме биш йөҙ һумдан алып бер нисә меңгә тиклем. Йәй көнө тағы ла проблемалар арта, ял иткән урындарҙа туристар сүп-сар өйөмдәре ҡалдырып китә Бигерәк тә ҡоро ваҡытта хәүефле икәнен аңламай, күбеһе усаҡ яндыра.
Йылдың төрлө миҙгелендә лә заказникта эш етерлек. Хеҙмәткәрҙәр үҙ территорияларында айына биш-алты рейд яһай, ҡыш көнө йәнлектәргә бесән, фураж һалалар, яҙын мышы һәм ҡоралайҙар өсөн тоҙ һибәләр, һәм иҫкәртеү билдәләрен яңарталар. Йәй көнө башҡа эштәрҙән тыш, ҡышҡылыҡҡа йәнлектәргә аҙыҡ әҙерләү башлана. Яҙға тиклем урман йәнлектәренә аҙыҡ етһен өсөн сезонға өс-дүрт йөҙ ҡайын һәм йүкә һеберткеһе, тоннанан ашыу бесән әҙерләргә кәрәк. Заказник хеҙмәткәренең төп бурысы – уны һаҡлау. Браконьерҙарҙы тотоу буйынса егерҙар полиция менән берлектә хеҙмәттәшлек итә, улар ҡуйған ҡапҡандарҙы зарарһыҙландырыла, хоҡуҡ боҙоусыларҙы күҙәтә, улар тураһында Эске эштәр министрлығының район бүлексәһенә хәбәр итә. Яҙ, йәй айҙарында янғындар сығыу осраҡтары йыш, айырым иғтибар талап ителә. Граждандар йыйылыштарында егерьҙар айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларында усаҡ яғыу тыйылыуын иҫкәртә, урман тирәләй махсус һыҙаттар эшләнә.
Тәбиғәт - ул беҙҙең байлыҡ, - ти Салауат Минибай улы, беҙ уны һаҡларға, ул киләсәктә балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә тапшырыласаҡ ҡиммәтле бүләк. «Аслыкүл» тәбиғәт паркы территорияһында ял итеүселәрҙең тәбиғәткә һаҡсыл ҡарауҙарын, арттарынан сүп-сар өйөмдәре ҡалдырмауҙарын, ағас һәм ҡыуаҡтарҙы һындырмауҙарын, тәбиғәт ҡануниәтен боҙмауҙарын иҫкәртке килә. Шул сағында ғына беҙ Тыуған илебеҙҙең гүзәл тәбиғәтен һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ.
Читайте нас: