+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Апрель 2019, 17:27

Ижади осрашыу

Яҙғы йәмле көндәрҙең береһендә беҙҙең ҡалала республикабыҙҙағы һәләтле яҙыусыларҙың береһе, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова менән осрашыу булып үтте

Яҙғы йәмле көндәрҙең береһендә беҙҙең ҡалала республикабыҙҙағы һәләтле яҙыусыларҙың береһе, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова менән осрашыу булып үтте
Әйтергә кәрәк, башҡорт әҙәбиәтендә Т. Ғарипованың ижады айырым урын алып тора. Уның әҫәрҙәрендә кесе тыуған илгән һөйөү ярылып ята, халҡыбыҙҙың тарихы, асылы, көнкүреше сағылыш таба. Уның “Бөйрәкәй” романын бер нисә йыл дауамында ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар. 2004 йылда роман “Йыл әҫәре” тип таныла. “Ялан сәскәһе”, “Күгәрсен йыры”, “Ай менән ҡояш бер генә” кеүек һәм башҡа хикәйәләрендә, повестарында бөгөнгө ысынбарлыҡ сағылдырылған, тап шуның өсөн улар уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителә.
Ижади осрашыу Ә.Хәкимовтың йорт-музейында башланды. Башта хөрмәтле ҡунаҡ балалар яҙыусыһы Р.М. Ураҡсинаға арналған бүлмәне ҡарап сыҡты, музей экспозициялары, “Дим” әҙәби берекмәһенең эше менән танышты.
Артабан һүҙ яҙыусының үҙенә бирелде. Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы үҙенең йәшлек йылдарын иҫкә алды, ижади юлының нисек башланыуы, ғаиләһе тураһында һөйләне.
Осрашыуҙың икенсе өлөшө район Мәҙәниәт йортоноң бәләкәй залында дауам итте. Унда райондың белем биреү учреждениелары уҡыусылары йыйылды. Яҙыусы залда ултырыусыларҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе. Автограф алырға мөмкин ине, шулай уҡ китаптар һатыу ойошторолдо.
Дәүләкәндәр осрашыуға буш ҡул килмәгән, музыкаль номерҙар әҙерләгән. Роман Рогив скрипкала уйнаны, Рәлиә Әйүпова, 3-сө башҡорт гимназия-интернатының “Гөрләүек” вокаль ансамбле егеттәре( Г.Ғ. Гофман) йыр башҡарҙы.
Осрашыу дуҫтарса шарттарҙа үтте, матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән ошондай саралар үҫеп килеүсе быуынды рухи-әхлаҡи яҡтан тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә.
Читайте нас: