+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Апрель 2019, 17:13

Мал урлау йышая

Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә Республикала дәүләт һәм йәмәғәт хужалыҡтарынан, шулай уҡ шәхси кешеләрҙең малдарын урлау һаны артыуы билдәләнә.

Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә Республикала дәүләт һәм йәмәғәт хужалыҡтарынан, шулай уҡ шәхси кешеләрҙең малдарын урлау һаны артыуы билдәләнә.
Хужалыҡ етәкселәренең йәйләүҙәрҙә, көтөүлектәрҙә тейешле һаҡ ойоштормауы, йәиһә малдарҙың ирекле йөрөүе уғрылыҡ ҡылыуҙың төп сәбәбе булып тора.
Ҡағиҙә булараҡ, мал урлау төнгө ваҡытта башҡарыла. Күпселек осраҡта ҡарауылда эт һәм ышаныслы ҡарауылсы булмаған ерҙә башҡарыла.
Ҡайһы берҙәре тәғәйенләнгән һаҡлау урынында, йыш ҡына үҙ бурысын еренә еткереп башҡармай, эш урынында спиртлы эсемлектәр ҡуллана, дежур ваҡытында йоҡлап китә, ғөмүмән эш урынын ташлап китеүселәр ҙә бар. Күберәк фермалар ҡойма менән уратылмай һәм бағаналарҙағы уттар янмай.
Яҙғы-йәйге осорҙа, малдар иркенгә сығарылғанда мал урлау йышая. Быны иҫкәртеү өсөн, шулай уҡ хужаһыҙ йөрөгән малдарға ҡарауыл ҡуйырға кәрәк. Мал юғалған хәлдә, енәйәтте тиҙ арала асыу өсөн полицияның дежур бүлегенә хәбәр итергә кәрәк.
Хужалыҡ етәкселәренә, фермерҙарға һәм шәхси кешеләргә, малдарҙы хужаһы йәки ҡараусыһы булғанда ғына сығарыуҙы ҡараған, 2011 йылдың 30 майындағы «Башҡортостан Республикаһы территорияһында малдарҙы көтөүлектәргә сығарыу тәртибе тураһында»ғы 404-се закон ғәмәлдә булыуын иҫтәренә төшөрәбеҙ.
Башҡортостан Республикаһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 7.3-сө статьяһына, 2011 йылдың 23 июнендәге 413-сө законға, Башҡортостан Республикаһында билдәләнгән муниципаль норматив хоҡуҡи акттарға ярашлы, малдарҙы йөрөтөү тәртибен боҙған өсөн штраф формаһында административ яуаплылыҡ ҡаралған (граждандарға штраф күләме өс йөҙҙән биш йөҙ һумға тиклем, вазифалы кешеләргә ҡарата ике меңдән өс мең һумға, юридик шәхестәргә биш меңдән ун мең һумға тиклем).
Административ хоҡуҡты ҡабаттан боҙғанда граждандарға штраф күләме - биш йөҙҙән бер мең һумға тиклем, вазифалы кешегә ҡарата - өс меңдән дүрт мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә һигеҙ меңдән ун ике мең һумға тиклем.
Читайте нас: