+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Апрель 2019, 17:17

Яҙғы өмәләр ваҡыты етте

Быйыл 6 апрелдә Дәүләкәндә беренсе шәмбе өмәһе үтте, унда предприятие һәм ойошма коллективтары, ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Быйыл 6 апрелдә Дәүләкәндә беренсе шәмбе өмәһе үтте, унда предприятие һәм ойошма коллективтары, ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Ҡала халҡы урамдарҙы һәм йорт алдарын, ведомство ҡарамағындағы территорияларҙы тәртипкә һалды.
Иртән иртүк эш ҡайнай башланы, былтырҙан ҡалған сүп-сар, ҡойолған япраҡ, кипкән үлән тоҡтарға тултырылды, машиналарға тейәп рөхсәт ителгән сүплеккә сығарылды. Бөтәһе 90 куб. метрҙан ашыу төрлө сүп-сар ҡалдыҡтары юҡ ителде. Иң ҙур объект - «Ҡояшлы» паркы булды. Ул ҡала халҡының даими ял итеү урыны, ҡарағай ағастары араһында саф һауа һулау үҙе бер рәхәтлек бирә, балаларға һәм өлкәндәргә урам тренажерҙарында шөғөлләнергә мөмкинлек бар. Өмәлә күңелле музыка аҫтында ҡаланың ун туғыҙ предприятие һәм ойошмаһынан вәкилдәр, 150-нән ашыу кеше ҡатнашты. 850 квадрат метрға яҡын майҙандан 20 куб метрҙан ашыу бурьян һәм сүп-сар таҙартылды. Яңырып киткән парк унда килеүселәрҙе ҡаршыларға әҙер. Ҡала ситендә бер нисә шишмә бар, ә халыҡ тәбиғи таҙа һыу ярата. Бында «Йылылыҡ селтәрҙәре» муниципаль унитар предприятиеһы, һәм « Газпром газораспределение Уфа» акционерҙар йәмғиәтенең Дәүләкән ҡалаһындағы комплекслы хеҙмәттәр күрһәтеү филиалы хеҙмәткәрҙәре шишмәнең тирә-яғын тәртипкә килтерҙе.
Күп кенә шәхси эшҡыуарҙар, экология акцияһына ҡушылып, сауҙа предпрятиелары фасадтарын һәм эргә тирә-яҡты тәртипкә килтерҙе. Көндөң йылы тороуы планлаштырылған сараларҙы уңышлы башҡарып сығыуҙа булышлыҡ итте. Артабан да эштәр дауам итәсәк.
Читайте нас: