+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Апрель 2019, 18:00

Үҙ-ара ярҙамлашып

Беҙҙең ҡаланың «Ваурсы», «Йондоҙ», «Факел» эҙәрмәндәр отряды ун алты йыл дауамында ҙур хәрби-патриотик һәм аң-белем таратыу эштәре, Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт иткән хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың кәүҙәләрен эҙләү һәм уларҙы ҡайтанан ерләү менән шөғөлләнә.

Беҙҙең ҡаланың «Ваурсы», «Йондоҙ», «Факел» эҙәрмәндәр отряды ун алты йыл дауамында ҙур хәрби-патриотик һәм аң-белем таратыу эштәре, Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт иткән хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың кәүҙәләрен эҙләү һәм уларҙы ҡайтанан ерләү менән шөғөлләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы үткән урындарға барыуҙан тыш, яҙғы-көҙгө ваҡыттарҙа улар, 1918-1919 йылдарҙа граждандар һуғышы үткән Дәүләкән районы территорияһында тикшеренеү эштәре алып бара. Әлбиттә, Бөйөк Ватан һуғышындағыға ҡарағанда, ҡорбандар һаны аҙыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, эҙәрмәндәр отряды кесе тыуған ерҙең тарихы менән танышыуын дауам итә. Район территорияһында хәрби хәрәкәттәр тураһында мәғлүмәт бик аҙ, өлкән быуын кешеләренең иҫтәлектәре, балаларына һөйләп ҡалдырғандары буйынса эҙләнеүҙәр алып барыла. Эҙәрмәндәргә ауыл биләмәһе башлыҡтары ҙур ярҙам күрһәтә. Улар был ерҙә тыуған ветерандарҙы, граждандар һуғышы осоронда көн күргән ауыл халҡын, ул ваҡыттағы ваҡиғаларҙы яҡшы белә. Ауыл биләмәһе башлыҡтары менән берлектә эшләү эҙәрмәндәргә Граждандар һуғышы үткән урындарҙы табырға, тикшерергә мөкинлек бирә.
Ауыл биләмәһе хакимиәте етәксеһенән алған мәғлүмәт артабан ҡыҙыҡһынып, тикшеренеү эштәре алып барыуға булышлыҡ итә. Ошондай бәйләнеш йәһәтенән эҙәрмәндәр бер нисә тапҡыр Яковлевка һәм Владимировка ауылдарында булды, унда күп һанда винтовка, гильзалар, батша шинеле төймәләре, снаряд ярсыҡтары табылды. Артабан был мәғлүмәттәр документ рәүешендә раҫланды. Суйынсы ауылы урманында граждандар һуғышы ваҡытындағы ҡәберлек булыуы билдәле, эҙәрмәндәр алдында уның урынын эҙләп табып, һәләк булғандарға иҫтәлекле билдә ҡуйыу бурысы тора.
Үткән аҙнала «Факел» эҙәрмәндәр активистары Ҡыҙрас ауыл биләмәһенә барҙы, хакимиәт башлығы Әхәт Хәбиәхмәтов уларға Граждандар һуғышы үткән иҫтәлекле урындарҙы күрһәтте. 1919 йылдағы ваҡиғалар тураһында Ҡыҙрас ауылында йәшәүсе Г.М. Әкимбәтова күп мәғлүмәттәр һөйләне.
Әлбиттә, ауыл биләмәләре башлыҡтары тарих серҙәрен асыуҙа күп ярҙам итә. Йәш эҙәрмәндәр тикшеренеү эштәре ваҡытында тыуған яғының тарихын, географияһын ентеклерәк өйрәнә. Граждандар һуғышы осорондағы ҡәберлектәр, табылған гильзалар, боронғо тәңкәләр үткәндәге ваҡиғалар тураһында дәреслектәргә ҡарағанда күберәк һөйләй.
Читайте нас: