Рәсәй Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса бүлеге балаларҙың юл-транспорт хәрәкәтендә йәрәхәтләнеүенә юл ҡуймауҙы даими иғтибарҙа тота. Балалар йәрәхәтләнеүе етди булып ҡала килә. Ағымдағы йылдың үткән кварталында Башҡортостан Республикаһында 85 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, унда 93 бала ҡаза күргән.
Балалар йәрәхәтләнеүенә килтергән юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү маҡсатында яҙғы каникул осоронда Дәүләкән районы дәүләт автоинспекцияһы тарафынан «Иғтибар, балалар!» операцияһы үткәрелде.
Ҡала һәм район мәктәптәре һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениларында көн һайын әңгәмәләр, акциялар, тематик класс сәғәттәре үтте, унда балаларға юлдарҙа төрлө хәүефле хәлдәр килеп тыуыу ихтималлығы тураһында аңлатылды.
Көндә балаларын мәктәпкә, балалар баҡсаһына алып килгән ата-әсәләр өсөн «Водитель – ата-әсәләр» тип аталған акция ойошторолдо. Уларға балаларҙы юл-транспорт ваҡиғаһынан һаҡлау тураһында яҙылған памяткалар таратылды. «Һин бер үҙең түгел!» ирекмәндәр командаһы менән берлектә водителдәргә «Водитель юлда иғтибарлы бул!» акцияһы үтте. Ирекмәндәр тиҙлекте күҙәтергә, балаларҙы хәүефһеҙлек ҡайышы менән эләктерергә, юлда бер-береңә ихтирамлы булырға саҡырған плакаттар әҙерләгән. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һаҡлау тураһында памяткалар таратылды.
Кесе йәштәге йәйәүлеләргә хәүефһеҙлек өсөн ҡараңғы ваҡытта кейемгә яҡтыртҡыс элементтар ҡуйыу кәрәклеге тураһында аңлатылды.
Йәш инспекторҙар отрядтары менән әңгәмә һәм уйын рәүешендә алып барылған саралар барышында инспекторҙарҙың һорауҙарына дөрөҫ яуап биргән уҡыусыларға яҡтылыҡ ҡайтартҡыс браслеттар тапшырылды. Шулай уҡ, йәш йәйәүлеләргә махсус памяткалар әҙерләнде.
Мәктәп уҡыусыларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү автоинспекцияның өҫтөнлөклө бурысы. Операция барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре балалар ташыуҙа 25-тән ашыу ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланы. Шулай уҡ мәктәп автобустары даими тикшерелеп тора.
Дәүләкән районы дәүләт автоинспекцияһы ата-әсәләргә мөрәжәғәт итеп, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеү тураһында балалар менән даими әңгәмәләшеп торорға, шулай уҡ бәләкәстәр өсөн автокресло һәм хәүефһеҙлек ҡайыштары менән файҙаланырға кәрәклеген онотмаҫҡа саҡыра.