+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Апрель 2019, 17:51

Балыҡ тотоу тыйыла

Волга буйы территориаль идаралығының Башҡортостан буйынса дәүләт контроле, күҙәтеү һәм һыу ресурстарын һаҡлау бүлеге 25 апрелдән 5 июнгә тиклем балыҡ тотоу тулыһынса тыйылыуын иҫкәртә.

Волга буйы территориаль идаралығының Башҡортостан буйынса дәүләт контроле, күҙәтеү һәм һыу ресурстарын һаҡлау бүлеге 25 апрелдән 5 июнгә тиклем балыҡ тотоу тулыһынса тыйылыуын иҫкәртә. Балыҡ тотоу Павловка һәм Нижнекама һыуһаҡлағыстарында бер балыҡсыға бер ҡармаҡ иҫәбенән генә мөмкин.
15 апрелдән 15 июнгә ҡәҙәр кәмәнән балыҡ тотоу тыйыла.
Ҡармаҡлау бөтөнләй тыйылған балыҡтар исемлегенә лә үҙгәрештәр индерелде: бикре, бағыр, ҡыҙылбалыҡ, бәрҙе һәм уҡбалыҡ. Ҡайһы бер балыҡтың оҙонлоғо буйынса ла тыйыуҙар бар: ағасаҡ, һыла, һаҙандың оҙонлоғо 40 сантиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш, ҡорман – 28 см, суртан – 32 см, йәйен – 90 см, ҡыҫала – 10 сантиметрҙан оҙонораҡ булырға тейеш.
Был осорҙа һәүәҫкәр балыҡсылар ярҙан тороп, ҡалҡыуыслы йәки батырғыслы ҡармаҡ менән генә балыҡ тота ала. Бер ҡармаҡ сыбығында икенән артыҡ ырғаҡ булмаќҡа тейеш. Бынан тыш, ыуылдырыҡ сәсеүсе балыҡтар эләкмәһен өсөн спиннинглы ҡармаҡ файҙаланыу тыйыла. Бындай сикләүҙәр ыуылдырыҡ сәсеү осоронда уңайлы шарттар булдырыу, ятҡылыҡтарҙағы балыҡ запасын тулыландырыу маҡсатында йыл һайын индерелә.
Бынан тыш, балыҡсылар өсөн моторлы бәләкәй кәмәләрҙе файҙаланыу буйынса ла сикләүҙәр бар – уларҙа йылғаларҙа, күлдәрҙә һәм һыу һаҡлағыстарҙа йөҙөү тыйыла.
«Ыуылдырыҡ сәсеү» операцияһы барышында полиция хеҙмәткәрҙәре БР Экология министрлығының һәм Рәсәй балыҡсылығы Урта-Волга буйы территориаль идаралығының дәүләт инспекторҙары менән берлектә иҫкәртеү рейдтары үткәрәсәк.
Балыҡ тотоу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралыуын да хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ. Мәҫәлән, ау (йылым һ.б.) менән балыҡ тотҡан өсөн закон боҙоусыға 2 меңдән 5 мең һумға тиклем штраф һалына. Ә ыуылдырыҡ сәскән балыҡтарҙы тотҡан өсөн штраф күләме икеләтә арта. РФ Енәйәт кодексының 256-сы «Һыу йәнлектәрен һәм үҫемлектәрен законһыҙ аулау һәм йыйыу» статьяһына ярашлы, закон боҙоусыларға 100 меңдән 300 мең һумға тиклем йә иһә хөкөм ителеүсенең бер йылдан ике йылға тиклемге эш хаҡы йәки башҡа килеме күләмендә штраф һалына, йә иһә уларға ике йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп итеү йәки дүрт айҙан алты айға тиклем ҡулға алыу язаһы бирелә.
Читайте нас: