+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Апрель 2019, 12:04

Беҙ улар өсөн яуаплы

Кешенең дуҫы һәм ярҙамсыһы тип һаналған эттәр хужаһыҙ, урамда ҡалғанда ысын проблема тыуҙыра.

Кешенең дуҫы һәм ярҙамсыһы тип һаналған эттәр хужаһыҙ, урамда ҡалғанда ысын проблема тыуҙыра.
Уларҙың күбеһе – ни сәбәптәндер хужалары тарафынан урамға сығарып ташланған эттәр, икенселәре иректә тыуған көсөктәр, ҡайһы берҙәре хужалары булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың битарафлығы, ғәмһеҙлеге сәбәпле урамда бәйһеҙ йөрөгән эттәр. Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы комиссияла йорт хайуандарын тейешле тәртиптә тотоу буйынса эштәр йыш ҡарала. Эт тешләгәндән һуң медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеүселәр күп булыу сәбәпле, район дауаханаһынан да ғаризалар килеп тора. Йыш ҡына балалар берәҙәк эттәрҙең ҡорбанына әүерелә, быға айырыуса юл ҡуйырға ярамай.
Район гәзите редакцияһы хәлгә аңлатма биреүҙе һәм берәҙәк эттәргә ҡарата ниндәй саралар ҡулланылыуын һорап «ГорКомСервис» муниципаль унитар предприятиеһы начальнигы Николай Александрович Юлковҡа мөрәжәғәт итте:
- Проблемалар ысынлап та бар, берәҙәк эттәрҙең йыш ҡына уҡыу йорттары тирәләй уралыуын, уҡыусыларҙың уларға ашамлыҡ биреүен күрергә була. Эйәләшеп алған эттәр ашарға эҙләп уларҙың пакеттарын йолҡоп алырға, туҙҙырырға, кейемдәрен өҙгөләргә, өрөп ҡурҡытырға мөмкин. Март айында беҙҙең предприятие берәҙәк эттәрҙе аулауға район хакимиәте менән контракт төҙөнө, шунан бирле, алдан хакимиәт сайтында, социаль селтәрҙәрҙә, махсус стендтарҙа, урындағы телевидение буйынса иғлан биреп, графикка ярашлы, даими рәүештә ауылдарға, ҡала микрорайондарына сығабыҙ. Ауланған эттәр ваҡытлыса аҫрау пункттарына урынлаштырыла, ветеринар ҡарағандан һуң уларҙың алдағы яҙмышы хәл ителә. Ауырыу һәм агрессив эттәр медицина препараты ярҙамында юҡ ителә, улар – 85 процент тәшкил итә, ә ҡалған 15 проценты артабан тоҡом арттырыуҙы сикләгән тейешле дауалау алғандан һуң кире сығарыла.
Беҙ шулай уҡ район хакимиәтенә халыҡтан килгән заявкалар буйынса ла эшләйбеҙ. Контракт төҙөгәндән алып, Алға, Көрмәнкәй, Рассвет һәм башҡа ауыл Советтары территориялары буйынса ауыл биләмәһе башлыҡтары менән бергә тиҫтәнән ашыу рейд яһаныҡ.
Эт аҫраусыларға шуны еткерге килә: уларҙы аҫрау ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ, был турала РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексында танышырға мөмкин, әгәр яратҡан этегеҙ кемде булһа ла тешләй ҡалһа йәки урамда иркен рәүештә йүгереп йөрөһә, штраф түләргә кәрәк буласаҡ, уның күләме аҙ түгел, бер нисә меңгә етә. Ваҡытлыса аҫрау пунктына эләккән эттәр тураһында хәстәрлек күргән изге күңелле кешеләргә айырыуса рәхмәт белдерәбеҙ. Үҙебеҙ эйәләштергән йорт хайуандары өсөн яуаплы булыуыбыҙҙы онотмайыҡ.
Читайте нас: