0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Апрель 2019, 18:09

Берҙәм эш тормошто яҡшырта

«Башҡортостан Республикаһында иң матур ауыл - 2018» республика конкурсында ҡатнашып, Мәкәш ауыл Советы ауыл биләмәһендәге Мәкәш ауылы беренсе турҙа тауыш биреү йомғаҡтары буйынса республикала иң матур ауыл тип танылды.

«Башҡортостан Республикаһында иң матур ауыл - 2018» республика конкурсында ҡатнашып, Мәкәш ауыл Советы ауыл биләмәһендәге Мәкәш ауылы беренсе турҙа тауыш биреү йомғаҡтары буйынса республикала иң матур ауыл тип танылды. Был уңыш ауыл халҡын дәртләндереп ебәрҙе, улар өлгәшелгәндә туҡтап ҡалмаҫҡа, Мәкәш ауылын ғына түгел, Ахун, Горчак, Красная Поляна ауылдарын да төҙөкләндерергә ҡарар итте.
Ауыл биләмәһе өсөн һәр эштә, Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында, йыйылыштарҙа, өмәләрҙә, байрам һәм иҫтәлекле даталарҙы билдәләгәндә халыҡтың берҙәм ҡатнашыуы яҡшы күрһәткес булып тора. Яҙ етте, таҙалыҡ һәм тәртип урынлаштырыу өсөн иң ҡулай мәл.
- Ауыл биләмәһе территорияһын төҙөкләндереү – ауыл биләмәһе хакимиәтенең мөһим бурыстарының береһе. Йыл һайын юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, соҡорҙарҙы ремонтлау, ҡый үләндәрен сабыу, ведомство һәм шәхси биләмәләрҙе төҙөкләндереү, урамдарға яҡтыртҡыстар ҡуйыу, һыу үткәргес селтәрҙәрен төҙөкләндереү ҡороған ағастарҙы ҡырҡыу, сәскәләр, ағастар ултыртыу кеүек эштәр башҡарыла, - тип һөйләй Мәкәш ауыл Советы хакимиәте башлығы Миҙхәт Ғөбәйҙулла улы Маликов. – Бөтә эш ауыл халҡы менән бергә эшләнә. Өмәләрҙә мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнаша. Беҙҙең өсөн хөрмәтле ауыл старосталары: Мәкәш ауылынан - Ә.Ҡ. Фәзрахманов, Горчактан - Ә.Ҡ. Хәйруллин, Красная Поляна ауылынан - С.А. Наприенколарҙан өлгө алабыҙ. Улар беҙгә эшлекле кәңәштәр бирә. Ауыл депутаттары - Р. Т. Шәйхуллин, З.М. Хәсәнова, Н.Ғ. Ҡолоева беҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә. Бөтә эштәрҙә терәк булып К.М. Хәмиҙуллина рәйеслек иткән ветерандар советы тора.
Беренсе май байрамдары алдынан Шаҡа шишмәһе, Көҙләү йылғаһы яр буйҙарын, шулай уҡ зыярат территорияһын таҙартыу йолаға әйләнде. Билдәләнгән көндө йәше лә, ҡарты ла әүҙем йыйыла. Йыл һайын 9 май алдынан егеттәр Мәкәш тау итәгендәге таштан «Бөйөк Еңеүгә дан!» тип яҙылған символик һүҙҙәрҙе тәртипкә килтерә. Ауыл биләмәһендә иң изге урын булып яугир Тыуған ил һаҡсыларына обелиск тора, уның тирә яғында даими рәүештә төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Үткән йыл йәй башынан ауыл биләмәһе территорияһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына контейнерҙар ҡуйылды, халыҡ был хеҙмәттәрҙән ҡәнәғәт.
Ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү буйынса планлаштырған эштәр эшләнеп бөтмәгән әле. Үткән йылдағы Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһының уңышлы тәжрибәһенә таянып, ауыл халҡы һәм бағыусылар - яуаплылығы сикләнгән «Агротехнологиялар», Ҡаҙанғол ТПХ-һы йәмғиәттәре ярҙамы менән 2019 йылда «Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы Мәкәш ауыл советы ауыл биләмәһендә һыу үткәргесте ремонтлау һәм һыу башняһы урынлашҡан территорияны төҙөкләндереү» проекты менән ҡатнашырға булды. Мәкәштәр был бурысты уңышлы башҡарып сығыр, тигән ышаныс ҙур.
Киләсәккә уларҙың пландары бихисап. Ваҡыт үтеү менән барыһы ла тормошҡа ашыр.
Читайте нас: