Ҡалала юл эштәре башланды. Дәүләкән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы белгестәре юлдарҙы ремонтлауға тотондо. Ҡышын үҙгәреп торған һауа торошо юлдарҙа соҡор-саҡырҙар барлыҡҡа килтерә, был автотранспорт хәрәкәтенә хәүеф менән янай.
Көндәр йылынып, юлдар ҡоротоу менән ҡала урамдарына махсус техника сығарылды. Юл ҡатламын төҙөкләндереү төрлө этапта башҡарыла. Беренсе булып махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған тракторҙар ремонтланаһы участокты бысраҡтан һәм иҫке асфальт ҡатламынан таҙартып, әҙерлек эштәре алып бара. Артабан соҡорҙарға йылытылған битум ҡатнашмаһы тултырыла, аҙаҡтан ҡайнар асфальт һалына һәм күп тонналы каток ярҙамында тигеҙләнә.
Мастер Ш.Ш. Мәсәлимов етәкселегендәге предприятие белгестәре: водителдәр Исмәғил Арыҫланов, Радик Фәйзрахманов, компрессорлаусы Сергей Зубарев, юл эшселәре Рөстәм Арыҫланов, Земфир Ғималов, Александр Данилов, Анатолий Шапран һәм башҡалар ҙур тырышлыҡ һала. Ҡала үҙәгендә, Гагарин, Ворошилор, Комсомол һәм башҡа урамдарҙа юлдар төҙөкләндерелгән дә инде. Көнөнә 200 квадрат метрға тиклем асфальт һалына. Май аҙағына тиклем дүрт мең квадрат метр майҙанда эштәр күләме башҡарыу планлаштырыла.